Белем һәм тәрбиә
26 Октябрь 2020, 17:50

Сколтех менән килешеү төҙөлдө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Сколково фән һәм технологиялар институты (Сколтех) ректоры Александр Кулешов һәм республикалағы төп юғары уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров менән Александр Кулешов Башҡортостан Хөкүмәте, Сколково фән һәм технологиялар институты, республикалағы мәғариф ойошмалары араһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге юғары уҡыу йорттары консорциумын төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Консорциумға Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге инде. Уның бурысы – технологиялар булдырыу, уларҙы иҡтисадтың реаль секторына индереү өсөн көстө, кадрҙар һәм инфраструктура ресурстарын туплау.
Башҡортостан Хөкүмәте менән Сколково институты шулай уҡ берлектәге эш йүнәлештәре буйынса артабанғы хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү төҙөнө. Республика Башлығы уҡыу йорто коллективына төбәк башланғыстарына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте. Ректор Александр Кулешов, ҡул ҡуйылған килешеү бик үҙенсәлекле, сөнки институттың яңы Консорциум төҙөү кеүек проекттары башҡа юҡ, тип билдәләне. Ул Сколтехтың Нефть һәм газ үҙәгендәге инновациялы технологиялары иҫәбенә Башҡортостандағы нефть скважиналарының һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Радий Хәбиров республика Башлығы Хакимиәтенә төбәктә ошо проектты тормошҡа ашырыу перспективаһын тикшерергә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу проектын тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы. Үҙәк һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү йәһәтенән экосистема ойоштороуҙы, иҡтисадтың реаль секторындағы предприятиелар менән берлектә комплекслы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Уның эш йүнәлештәренә “Һанлы һәм йәшел химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Алдынғы етештереү технологиялары һәм инжиниринг”, “Яңы йәшәү мөхите” инә. Проектты бойомға ашырғанда Өфөнөң Дим районында биш мең кешегә иҫәпләнгән вуз-ара студент кампусы төҙөү планлаштырыла. Унда студенттар өсөн дөйөм ятаҡтар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар өсөн торлаҡ йорттар, тикшеренеү корпусы, тәжрибә полигоны, спорт, медицина комплекстары урынлашасаҡ. Киләсәктә кампус биләмәһен фуникулер ярҙамында Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан менән тоташтырыу күҙаллана.
– Республикаға Сколковоның килеүе – үҫештең мөһим этабы. Сколтех – күренекле ғалимдар эшләгән, тәжрибәле, көслө, абруйлы индустриаль юғары уҡыу йорто. Был ғалимдар беҙҙең республикала ла белем бирһен ине, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә тос өлөш индергән өсөн Сколково фән һәм технологиялар институты ректоры Александр Кулешовҡа, Проектлау, етештереү технологиялары һәм материалдары үҙәге директоры Искәндәр Әхәтовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас