Белем һәм тәрбиә
26 Октябрь 2020, 19:15

Уҡытыусыларҙың мөрәжәғәтенә хакимиәт яуап бирҙе

Мәғариф учреждениеһы директоры менән уҡытыусылар араһында тыуған аңлашылмаусанлыҡ нисек тамамланыр?

Баш ҡалалағы А. Кузнецов исемендәге 1-се художество мәктәбенең уҡытыусылар коллективы Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин исеменә хат яҙғайны. Улар мәғариф учреждениеһының директоры менән уҡытыусылар араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ сәбәпле аслыҡ иғлан итергә йыйыныуын белдерҙе.
Был хатты әлеге мәктәп уҡытыусыһы Рәмил Мостаев социаль селтәргә лә һалды. Педагогтар әйтеүенсә, уҡыу йорто ҡарамағынан ике бүлмәне алырға уйлайҙар. Ә был үҙ сиратында лицензияны юғалтыуға килтерәсәк, тигән фекерҙә улар.
Әлеге ваҡытта белем усағына Оксана Мөхәмәтйәнова етәкселек итә, ул был вазифаға октябрь уртаһында тәғәйенләнгән.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, хатта күрһәтелгән дәлилдәрҙе тикшереү менән махсус комиссия шөғөлләнәсәк.
“А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусылары коллективының мөрәжәғәтенә ярашлы, Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан документта күрһәтелгән факттарҙы тикшереү буйынса эшсе комиссия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның составына педагогтар, Орджоникидзе районы хакимиәте һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы вәкилдәре, республиканың сәнғәт әһелдәре индереләсәк. Шулай уҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләренә лә комиссияға инергә тәҡдим ителәсәк. Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, артабан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк”, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы Марсель Байдәүләтов.
Фото: ufaved.info
Читайте нас