Белем һәм тәрбиә
27 Октябрь 2020, 20:45

Директор үҙ теләге менән эштән китте

Һөҙөмтәлә уҡытыусылар коллективы аслыҡ акцияһы иғлан итеү маҡсатҡа ярашлы түгел, тигән ҡарарға килде.

Баш ҡаланың А. Кузнецов исемендәге 1-се Балалар художестволы мәктәбе уҡытыусылары коллективының мөрәжәғәтенә ярашлы, Өфө ҡала хакимиәте тарафынан документта күрһәтелгән факттарҙы тикшереү буйынса эшсе комиссия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Комиссия составына Орджоникидзе районы хакимиәте һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы вәкилдәре, әлеге мәктәптең педагогтары, ата-әсәләр комитеты ағзалары, шулай уҡ республиканың сәнғәт әһелдәре индерелде.
Бөгөн, 27 октябрҙә, комиссия ултырыш үткәрҙе. Унда комиссия рәйесе – Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин ҡатнашыусыларҙы художестволы мәктәп уҡытыусыларының күптән түгел тәғәйенләнгән директорға ышаныс белдермәүе, профиль белемгә эйә булмау сәбәпле, уны был вазифанан алыуҙы һорап яҙған мөрәжәғәте менән таныштырҙы. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының Берләшкән профсоюз ойошмаһы һәм мәктәптең ата-әсәләр комитеты вәкилдәре лә үҙ фекерен еткерҙе.
Килеп тыуған хәл арҡаһында А. Кузнецов исемендәге 1-се Балалар художестволы мәктәбе директоры Оксана Мөхәмәтйәнова үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғариза яҙҙы. Комиссия ултырышы, мәктәптең директоры вазифаһына конкурс иғлан итергә, тигән ҡарар сығарҙы.
Уҡытыусылар коллективы һәм комиссия ағзалары аслыҡ акцияһы иғлан итеү маҡсатҡа ярашлы түгел, тигән уртаҡ ҡарарға килде, сөнки педагогтарҙың мөрәжәғәттә күтәргән һорауҙары хәл ителде.
Фото: ufacity.info
Читайте нас