Белем һәм тәрбиә
28 Октябрь 2020, 17:00

Уҡытыусылар һүҙендә торманы

Бөгөн улар аслыҡ иғлан итте.

Кисә А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбендә комиссия ултырышы булды. Уның һөҙөмтәһе буйынса, учреждение директоры Оксана Мөхәмәтйәнованы үҙ теләге менән эштән ебәреү ҡарары сығарылды һәм буш ҡалған етәксе вазифаһына конкурс иғлан ителде.
Был талаптар мәктәп уҡытыусыларының баш ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәтенән һуң үтәлде. Шулай уҡ кисә үткән комиссия ултырышында аслыҡ иғлан итеү акцияһы үткәреүҙең маҡсатҡа ярашһыҙ булыуы тураһында килештеләр, сөнки талаптар урында хәл ителде.
Әммә был килешеү мәктәп уҡытыусылары тарафынан боҙолдо. Бөгөн, 28 октябрҙә, эш комиссияһы вәкилдәре аслыҡ акцияһын башлауҙары тураһында әйтте. Улар элекке мәктәп директоры Сергей Андреевты вазифаһына ҡайтарыуҙы талап итә. Уның контрактының срогы быйыл 28 мартта тамамланғайны.
Шуныһын билдәләргә кәрәк, Сергей Андреев менән яңы контракт төҙөр алдынан Өфө хакимиәтенең контроль-ревизия идаралығы мәктәп эшмәкәрлеген тулыһынса тикшергән. Уның һөҙөмтәләре буйынса, учреждение етәкселеге тарафынан аҡсаны хоҡуҡһыҙ тотоноу асыҡланған. Атап әйткәндә, бюджет аҡсаһы иҫәбенә балаларҙы түгел, ә 18 йәштән өлкән кешеләрҙе уҡытҡандар. Муниципаль программаға ярашлы, түләүһеҙ белемде балалар алырға тейеш булған. Һөҙөмтәлә бюджетҡа 950 636 һумлыҡ зыян килтерелгән.
Тағы ла тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, 2018 йылда килем килтергән эшмәкәрлектән алған аҡсаға художество мәктәбе хеҙмәткәре булмаған кешеләрҙе 32400 һумға уҡытыу өсөн аҡса тотонолған.
Ошоларҙы иҫәптә тотоп, быйыл мартта мәктәптең элекке директоры Сергей Андреев менән контракт оҙайтылмаған. Унан һуң мәктәптә уҡытыусылар мөрәжәғәте буйынса ике яңы директор эш урынын алмаштырған.
Шул уҡ ваҡытта Орджоникидзе районы хакимиәте директор вазифаһына конкурс әҙерләй.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас