Белем һәм тәрбиә
29 Октябрь 2020, 15:00

Эш ял көндәрендә лә туҡтамай

Был ойошмаларҙа кескәйҙәр өсөн йәмғеһе 925 урын барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостандың баш ҡалаһындағы 1-се һәм 2-се Сипайлово, Сағыу, Баланов-Яңы Александровка биҫтәләрендә һәм Ҡариҙел йылғаһының Яр буйы урамында бер үк ваҡытта биш мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы төҙөлә. Шуларҙың тәүге дүртәүһе ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты нигеҙендә һалына. Был ойошмаларҙа кескәйҙәр өсөн йәмғеһе 925 урын барлыҡҡа киләсәк.
Баланов-Яңы Александровкалағы яңы мәктәпкәсә учреждение 110 урынға иҫәпләнә, бында алты төркөм төҙөләсәк. Объекттың майҙаны – өс мең квадрат метр самаһы.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, объектта эш әүҙем бара, ул хатта ял көндәрендә лә туҡтап тормай. Әле төҙөлөштөң төп өлөшө тамамланған, бүлмәләрҙе биҙәү, электр ҡорамалдарын ҡуйыу, йыһаз йыйыу, биләмәне төҙөкләндереү бара. Тыштағы эште яҡын арала тамамларға ниәтләйҙәр.
Фото: ufacity.info
Читайте нас