Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Октябрь 2020, 15:20

“Яҡшы кеше тәрбиәләү өсөн берҙәм эшләү зарур”

Ярты быуат ғүмерен белем биреү өлкәһенә бағышлаған абруйлы шәхес.

СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәлиә Мөхәмәтйәнова ғүмеренең ярты быуатын тиерлек Башҡортостан мәғарифына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, шуның сирек быуатында яуап­лы вазифаларҙа эшләгән. Ул һөнәри үҫештең бөтә баҫҡыстарын үтеп, ауыл мәктәбе уҡытыусыһынан республиканың мәғариф министрына тиклем күтәрелә.


Үҙ эшендә Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы: “Ғаиләһен, Тыуған илен яратҡан, физик һәм рухи яҡтан һау, үҙ яҙмышының, иленең хужаһы булырлыҡ яҡшы кешене тәрбиәләүҙе бөтәбеҙ – ғаилә, уҡытыусылар, власть, йәмғиәт бергә генә булдыра алабыҙ”, – тигән инанысҡа таяна. 1998 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡортостан мәғарифына етәкселек итеү дәүерендә Ғәлиә Мөхәмәтйәнова үҙенең иң яҡшы шәхси һәм эшлеклелек сифаттарын аса, ҙур тормош һәм һөнәри тәжрибәһен тормошҡа ашыра.


Быйыл декабрҙә хөрмәтле замандашыбыҙ оло юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан уның хеҙмәт юлына күҙ һалырға, республика мәғарифы үҫешенә индергән өлөшөн барларға мөмкинлек тыуҙы.


1998 йылда Башҡортостандың мәғариф министры итеп тәғәйен­ләнгән Ғәлиә Мөхәмәтйәнова республика белем биреү өлкәһенә ҙур көс һалып хеҙмәт итә, үҫешенә, алдынғылар рәтенә баҫтырыуға тос өлөш индерә. Уның ҡатнаш­лығында мәғариф системаһын яңыртыу буйынса иң көнүҙәк, өҫтөнлөклө маҡсатлы 15 программа эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Уларһыҙ республика белем биреү өлкәһендә етеҙ үҫеш мөмкин булмаҫ ине.


Шулар араһында тормошҡа ашырыла башлаған тәүге проект – “Башҡортостан Республикаһы балалары”. Бында “Һәләтле балалар”, “Етем балалар”, “Балаларҙың ялын һәм һаулығын яҡшыртыуҙы ойоштороу” тигән маҡсатлы программалар инә. Ил финанс көрсөгө кисергән ҡатмарлы мәл булһа ла, проект буйынса үткәрелә торған саралар билдәләнә, уны финанслау юлдары ла ҡарала.


Сираттағы проект – “Башҡорт­остан Республикаһында 1999 – 2003 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү” программаһы. Ул балалар, үҫмер­ҙәр һәм йәштәрҙең бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләү, белем биреү өлкәһендәге хәлде яҡшыртыу, республиканың байтаҡ ведомство­ла­рының, ата-әсәләрҙең, уҡыусы­ларҙың ынтылыштарын берҙәм ойоштороу өсөн эшләнә.


– Программала билдәләнгән төп йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу күп кенә проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләнек, – тип хәтерләй был турала Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы. – Беренсенән, белем алыуға тигеҙ мөмкинлектәр; икен­сенән, белем биреү сифаты; өсөн­сөнән, һаулыҡ торошо; дүртенсе­нән, уҡытыусының юғары булмаған социаль статусы, түбән эш хаҡы. Мәғариф өлкәһе иҡтисадын һәм уны финанслауҙы ла үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу мөмкин түгел ине. Матур мәктәп төҙөү – йәмғиәтебеҙ өсөн иң һөҙөмтәле инвестиция.


Ҙур республиканың мәғариф системаһын яңыртыуҙы башларға һәм еңел булмаған эште яҡшы, һөҙөмтәле итеп алып барырға мәғариф министрына уҡыу йорттарында эшләгәндә туплаған юғары профессионаллеге, ҙур рухи көсө ярҙам иткәндер. Башҡортостандың мәғариф системаһына биш меңдән ашыу төрлө профилле белем биреү учреждениелары инә, уларҙа бер миллиондан ашыу уҡыусы, студент белем ала, 185 мең педагог хеҙмәт итә.


Башҡортостан уҡытыусы­лары­ның IX съезына педагогтар, ата-әсәләр, йәмәғәтселәр генә түгел, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең мәғариф министрҙары ла йыйыла. Бында яңы Башҡортостан гражданын формалаштырыу концепцияһы ҡабул ителә. Ул бөтә йәмәғәт һәм дәүләт институттарының үҫеп кил­гән быуында илһөйәрлек тәрбиә­ләүгә һалған ынтылыштарын берләштерә.


Ауыл мәктәбен үҫтереү, яңы­ларын төҙөү, уларҙы автобустар менән тәьмин итеү буйынса маҡ­сатлы проекттар ауылда белем алыуҙың сифатын күтәреүгә йүнәлтелә. Республикала 2000 – 2005 йылдарға иҫәпләнгән яңы мәктәптәр төҙөү буйынса маҡсатлы программа тап ошо мәсьәләләргә арнала.


“Уҡытыу учреждениеларын компьютерлаштырыу һәм мәғлүмәт­ләш­тереү буйынса дәүләт програм­маһы”на ярашлы асылған медиа­үҙәктәр Башҡортостанға Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Берҙәм мәғ­лүмәти белем биреү мөхитен үҫтереү” тигән федераль програм­маға инергә һәм Берҙәм дәүләт имтиханын әҙерләп үткәрергә мөмкинлек бирә. Был программа республикаға артабан интернет-майҙансыҡтар аша ил һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән форумдарҙа ҡатнашыуға ла юл аса.

Ғәлиә Мөхәмәтйәнова етәкселек иткән Мәғариф министрлығы баш­ҡорт телен һәм башҡа телдәрҙе, Башҡортостан тарихын, мәҙәниә­тен тергеҙеү, үҫтереү буйынса алымдар эҙләү менән шөғөлләнә. Шуға ла Башҡортостанда мәғариф­ты үҫтереү программаһына милли мәғарифҡа арналған махсус бүлек индерелә. Был мәктәптәрҙе туған телдәр һәм, ғөмүмән, төбәк компонентына ингән башҡа предметтар буйынса дәреслектәр менән тәьмин итергә ярҙам итә.


Башҡортостандың белем биреү системаһы Рәсәй Мәғариф ми­нистр­лығының байтаҡ йүнәлеш­тәре буйынса тәжрибә майҙансы­ғына әйләнә.


Күп яҡтан тап мәғариф министры тырышлығы менән белем биреү өлкәһендәге республика проекттары федераль кимәлдәге проекттар эсенә инеп китә, ә 13 йүнәлештәге эшкә федераль бюджеттан аҡсала­та ярҙам алыуға өлгәшелә. Ул йылдарҙа күп эштәр Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы башланғысы менән тәүгә атҡарыла башлай. Маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн мәғариф министрына ал-ял белмәй хеҙмәт итергә, бар һәләтен эшкә егергә тура килә.


Ғәлиә Мөхәмәтйәнова башлап ебәргән республика мәғарифы өлкәһендә индергән яңылыҡтар әле лә уңышлы эшләүен дауам итә. Әйтәйек, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы тәү башлап 1998 йылда үткәрелә. Йәш сәсәндәр араһын­дағы был бәйге йылдан-йыл бил­дәлерәк була бара, ҡатнашыу­сылар һаны арта.


2000 йылда “Башҡортостан Республикаһының белем биреү системаһы кадрҙары” тигән комп­лекслы программа эшләнә. Унда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына айырым иғтибар бирелә. Ысынлап та, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был белем йорто күп ҡыҙыҡлы идеялар менән сығыш яһай, уҡытыусылар менән өҙөлөп бөткән тиерлек бәйләнеште аяҡҡа баҫтыра, белем биреү өлкәһе үҫешендә ҙур роль уйнай башлай.


2003 йылдың 17 ғинуарында үткән тәүге Республика ата-әсәләр йыйылышы ла мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың шәхси башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырыла.


Уның тағы бер ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле идеяһы – уҡыусыларға портфолио төҙөү. Ул һәр баланың ҡаҙаныштарын, уҡыуҙағы уңышта­рын, әүҙемлеген күрһәткән сығанаҡ булып тора, әммә идеяға ҡаршы сығыусылар табыла. Шулай ҙа ваҡыт министрҙың хаҡлылығын иҫбат итә. Һөҙөмтәлә бөгөн һәр уҡыусы үҙ портфолиоһына эйә.


Өфөлә Театр урамындағы 5-се йортта Мәғариф йорто барлыҡҡа килеү ҙә ул саҡтағы министрҙың тырышлығына бәйле. Белем биреү өлкәһенең бар баҫҡыстары ысын мәғәнәһендә ошо дөйөм ҡыйыҡ аҫтында берләшә.


Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә милли белем биреүҙә фәнни-методологик, ғәмә­ли ярҙам ойошторор өсөн улар Башҡортостан мәғариф министры бойороғо менән республиканың 28 мәғариф бүлегенә беркетелә. Мәҫәлән, Сибай уҡытыусылары Силәбе өлкәһендәге башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙам итә.


Үткән быуын педагогтары төҙө­гән ҡиммәттәргә хыянат итмәйенсә, Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы 2000 йылдың 22 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫ­тереү тарихы музейын аса. Ул элекке, хәҙерге һәм киләсәк киҫеш­кән урын булып тора.


Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙының бөтә ҡаҙаныштарын, уңышлы башлан­ғыстарын барлап сығыр өсөн бер гәзит бите генә етмәҫ. Шуныһы шикһеҙ: ул етәкләгән саҡтағы министрлыҡ эшмәкәрлегенә программалар һәм концепцияларҙы тормошҡа ашырыуҙа тәрәнлек, эҙмә-эҙлеклелек хас. Республикала заман талаптарына тулыһынса яуап биргән һөҙөмтәле белем биреү системаһы барлыҡҡа килә: талантлы йәштәрҙе табыу һәм уларға ярҙам итеү йәһәтенән шарттар тыуҙырыла, белем биреү учреждениеларының эше яңырты­ла, милли мәктәптәр, тәү сиратта, әлбиттә, башҡорт мәктәптәре һаны арта. Белем биреү учреждениеларын компьютерҙар менән йыһаз­лан­дырыу тиҙләтелә, инновациялы программалар, шәхесте үҫтереү проекттары эшләнә.


Идара итеү эшендә ҙур тәжри­бәгә эйә булыуы Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙына мәғариф өлкәһенә юғары профессионалдарҙы йәлеп итеп, етеҙ, маҡсатлы һәм үҙ эшен яҡшы белгән команда тупларға ярҙам итә. Ул урынбаҫарҙары Михаил Би­рюков, Миңлебай Юлмөхәмәтов, Наталья Голышеваға күңел йылы­һын биреп, үҙе менән бергә ең һыҙғанып эшләүҙәре, һөнәри, кешелеклелек сифаттары өсөн ҙур рәхмәт әйтә. Белем йортон эш ҡайнап, гөрләп торған йәнле урынға әйләндерешкән башҡа бик күп хеҙмәттәштәрен дә ҙур хөрмәт менән телгә ала ул. Үҙе министр булған, бөтәһе бер булып ҙур маҡсаттарға өлгәшкән осорҙоң Башҡортостан мәғарифы өлкәһен­дә иң ҡыҙыҡлы, уңышлы дәүерҙәр рәтенә ҡарауы менән ғорурла­нырға, ә ғаиләһе – ире, балалары, ейәндәре, туғандары һәм ғүмере­нең ғәйәт ҙур өлөшө арналған яратҡан эше булыуы менән иһә сикһеҙ бәхет тойғоһо кисерергә хаҡлы Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова.


Белешмә


1950 йылдың 1 декабрендә тыуған.
1972 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1972 – 1983 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән.
1983 – 1987 йылдарҙа – партияның Сибай ҡала комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары.
1987 – 1996 йылдарҙа Мәғариф министрлығында бүлек инспекторы, Дәүләт инспекцияһы етәксеһе вазифаларын биләй.
1996 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы идаралығына етәкселек итә башлай.
1998 – 2004 йылдарҙа – Башҡортостандың мәғариф министры.
2004 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы ҡарамағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты.

2015 йылдан Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы составындағы Йәмәғәт контроле, экспертизаһы һәм йәмәғәт советтары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса комиссияны етәкләй. Аҙаҡ был ойошманың рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Ғилми хеҙмәттәр авторы.