Белем һәм тәрбиә
3 Ноябрь 2020, 13:32

55 кеше 1 миллион һум аҡса алған

Эпидемиологик хәл яҡшы булмаһа ла, илдә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы уңышлы эшләй. Маҡсаты – ауыл балаларының да сифатлы белем алыуын тәьмин итеү, уҡытыусыларға ярҙам итеү, мәғариф-тәрбиә кимәлен заманлаштырыу һәм башҡалар.

– Был программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған. Тик халҡы 50 меңдән артмаған ауылда, ҡала тибындағы ҡасабала йәки ҡалала урынлашҡан мәктәптә биш йылдан да кәм түгел эшләргә кәрәк, – тип белдергәндәр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай итеп, Башҡортостанда 55 уҡытыусы бына ошондай түләүҙәрҙе алған.

Быйыл еңеүсе уҡытыусылар республиканың Баймаҡ, Архангел, Хәйбулла, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы, Стәрлебаш һәм башҡа муниципаль райондарға эшләү өсөн йәшәргә күсенгән.

Фото: minfin.75.ru

Читайте нас