Белем һәм тәрбиә
3 Ноябрь 2020, 14:51

Хәлдәр нисек, беренсе курс студенты?

“Беҙгә барыһы ла ҡыҙыҡ, яңы, мауыҡтырғыс!” – ти улар.

Яңы уҡыу йылының тәүге ике айы үтеп тә китте. Донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәл-торош һәр өлкәгә, шул иҫәптән студенттар тормошона ла, үҙ эҙемтәләрен һалмай ҡалманы. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары башлыса беренсе һәм һуңғы курс студенттарын – ғәҙәти алымда, башҡа курстыҡыларҙы дистанцияла уҡытып торорға хәл итте. Яңы шарттарға нисек яраҡлашҡан икән тәүге тапҡыр юғары уҡыу йорто тупһаһы аша атлап үтеүселәр? Студент, ятаҡ тормошонан алған тәүге тәьҫораттары ниндәй? Атай-әсәйҙән, тыуған йорттан айырылыуҙы нисек кисерәләр? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ төрлө уҡыу йорттарының беренсе курс студенттарына мөрәжәғәт иттек.


Йәнгүзәл ҒИРФАНОВА, М. Аҡмула исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы (1-се фотола):

– Мәктәптә уҡыған саҡта хыялымда йөрөткән һөнәрҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Берҙәм дәүләт имтихандарында йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәре һәм тарих фәне буйынса юғары балл йыйғас, тарих, туризм бүлектәренә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үттем, әммә икенсе йүнәлеште һайларға булдым.
Минең хыялдарымды белгән әсәйем: “Һинең урының тик башҡорт филологияһы факультетында”, – тине. Ундай ижади ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн башҡорт телен яҡшылап өйрәнергә кәрәклеген әйтте. Ул факультеттағы ижади, әҙәби мөхит һине тағы ла үҫтереп ебәрер, тип тә өҫтәне.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән өҫтәмә рәүештә тест тапшырып, 80-дән ашыу балл йыя алдым. Был һөҙөмтә менән ғорурландым, сөнки алдан әҙерләнмәгәйнем бит.
Документтарҙы дистанциялы алым менән тапшырҙыҡ. Уныһы ла бер мәшә­ҡәтле генә эш булып сыҡты. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, уҡыу йылы башланыр алдынан бер аҙ аҡса эшләп алыу маҡсаты менән, Сочиға балалар ялын ойоштороусы булып эшкә юлланғайным. Эш араһында документтарымды теүәлләйем, ҡабул итеү комиссияһы менән бәйләнешкә сығам, башҡорт теленән тест тапшырҙым. Юғары уҡыу йортона ингәндә ныҡ ҡына тулҡынланаһың икән ул!..

Август аҙағында Өфөгә юлландым. Беҙгә алдан ятаҡта бүлмә билдәләнгәйне. Йәшәйәсәк мөйөшөбөҙ иркен, яҡты, уңай­лыҡтары эстә булһа ла, ванна бүлмәһенә ныҡлы ғына ремонт талап ителә ине. Бүлмәләшем Фирүзә менән кәрәкле материалдар һатып алып, уныһын да ялтыратып, яңыртып ҡуйҙыҡ.
Беҙҙең бүлек “Башҡорт теле һәм сит телдәр бүлеге” тип атала, шуға күрә инглиз теле уҡытыусыһы була аласаҡбыҙ.

Тәүге көндәрҙән үк ҡыҙыҡлы сараларға әҙерләнә башланыҡ. “Студентҡа бағышлау” кисәһен әҙерләүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Алып барыусы итеп һайлағастар, ихласлап сценарий яҙҙым. Тиҫтә йылдан ашыу бейеү студияһында алған һәләтемде ҡулланып, төркөмдәштәремә бейеү һалдым. Ошоға тиклем төрлө сараларҙа башҡарып килгән “Башҡорт улына” тигән йырымды башҡарҙым. Әле беҙҙә “Студент көҙө” конкурсы бара. Унда ла бейеү менән ҡатнашам.
Уҡытыусыларыбыҙ ҙа ижади шәхестәр. Һәр дәрес йәнле, файҙалы үтә. Беҙҙе уҡыуға, фәндәргә ҡыҙыҡһындырыу маҡса­тында төрлө билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторалар. Кураторыбыҙ Раушания Әбделхәй ҡыҙы менән Башҡорт дәүләт академия драма театрында шаулап барған “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакленә барҙыҡ. Әҫәр ауыр, әлбиттә. Әммә беҙ сәхнәлә барған ҡатмарлы замандағы хәлдәрҙе ҡыҙыҡ­һынып күҙәттек.
Бына шулай, әкренләп студент тормошона өйрәнәбеҙ. Беҙгә барыһы ла ҡыҙыҡ, яңы, мауыҡтырғыс. Үҙем өсөн файҙалы ғилемгә эйә булырмын, маҡсаттарымды тормошҡа ашырыуға яңынан-яңы юлдар асырмын, тип ышанам.


Ынйыҡай АҠМАНОВА, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты (2-се фотола):

– Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алдым. Мәктәптә математика, физика, химияны яратып уҡыным. Шулай уҡ бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым, шуға күрә дизайнер һөнәре хаҡында ла уйлап ҡуя инем. Һайлаған йүнәлешем ниндәйҙер кимәлдә ошо һәләтемә лә ауаздаш: Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институтына уҡырға индем. Алла бирһә, бейек һәм ҙур киңлектәге биналар төҙөлөшө буйынса инженер-проектлаусы булып сығасаҡбыҙ.
Уҡырға инеү артыҡ ауыр булманы. Маҡсатлы рәүештә әҙерләнеп, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдар йыйыуға өлгәштем. Документтарымды Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына ла ебәрҙем һәм уларҙан да саҡырыуҙар алдым. Әммә илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып һәм атай-әсәйемдең кәңәшен тотоп, үҙебеҙҙә ҡалырға ҡарар иттем.
Сығарылыш класында уҡығанда юғары уҡыу йорттарының олимпиадаларында ҡатнаштым, “Асыҡ ишектәр көнө”нә йөрөнөм. Былар барыһы ла институт һәм университеттар менән яҡындан танышырға, уларҙың матди базаһын, уҡытыу кимәлен самаларға булышлыҡ итә, тип уйлайым.
Үҙем һайлаған уҡыу йорто бик оҡшай. Ятаҡта йәшәйем. Беренсе курстар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Асыҡ һауала үткәрелгән турист слеты бик оҡшаны – төрлө һынауҙар менән тулы 19 саҡрым араны үттек.
Рус теленән юғары балл менән ингән студенттарға дистанциялы алымда үткән олимпиадала ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Мин дә үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм һөҙөмтәлә икенсе урынды яуланым.
Әҙәби түңәрәккә йөрөй башланым. Бүлмәләш ҡыҙҙар менән Рус дәүләт драма театрына, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына барып, спектаклдәр ҡарап ҡайттыҡ. Шулай студент тормошо үҙенең күңелле генә мәшәҡәттәре менән башланып китте.


Илнур САЛАУАТОВ, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты:

– Мәскәүҙең ҡайнап торған тормошона өйрәнеп барам шикелле. Уҡырға инеү артыҡ ауыр булманы, өс фәндән 270-тән ашыу балл йыйғайным. Документтарымды Өфөнөң – ике, Мәскәүҙең өс юғары уҡыу йортона тапшырҙым, һөҙөмтәлә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына туҡталдым. Ул мине мөһабәтлеге менән әсир итте. Өҫтәүенә исеме танылған белем усағы.
Бында уҡырға инеүгә ҡарағанда, ятаҡҡа урынлашыу ауырыраҡ икәнен белдем, сөнки ятаҡтан бүлмә алыуға айырым конкурс үткәрелә. Мәҫәлән, беҙҙең факультетта дөйөм балы 270-тән түбән булған студенттарға йәшәү урыны бирелмәй, булған хәлдә лә – уҡыу йортонан ныҡ алыҫ урынлашҡан ятаҡтарҙа урын ҡалһа ғына инде. Бәхеткә күрә, мин уҡыу корпусының эргәһендә генә урынлашҡан ятаҡтан бүлмә алыу мөмкинлегенә эйә булдым. Университетҡа йәйәүләп өс минутта барып етәм. Метрола берәр сәғәт килгән һабаҡташтарым менән сағыштырғанда, был – бик ҙур бәхет.
Уҡыу тураһында әлегә нимәлер әйтеү иртәрәк, тип уйлайым. Күп нәмәләргә төшөнөп тә етмәйбеҙ әле. Әммә университеттың базаһы бик көслө, уҡыу үҙәктәре, лабораториялары, оҫтаханалары, китапханалары бай, заманса технологиялар үҫешкән. “Йәш баумансы мәктәбе”н күптәр ишетеп беләлер. Студенттар өсөн тәғәйенләнгән пансионаттары, диңгеҙ буйында ял базалары бар.
Стипендия ҙур түгел, әлегә ул барыбыҙға ла бер иш күләмдә түләнә, артабан инде сессия һөҙөмтәләренә ҡарап биреләсәк, имтиханды “өслө”гә тапшырһаң, стипендия түләнмәй. Социаль яҡлау саралары күп кенә.
Ятаҡта көнкүреш шарттары яҡшы, бөтә уңайлыҡтар булдырылған, хатта кер йыуыу машиналарына тиклем бар. Бүлмәлә ике кеше йәшәйбеҙ.
Әлбиттә, тыуған яҡ, атай-әсәй һағындыра, әммә хәҙер аралашыу мөмкинлеге киң, видеоэлемтә аша ла, телефондан да даими һөйләшеп торабыҙ.
Күптәр Мәскәүҙә йәшәүгә, уҡыуға, юл хаҡтарына аҡса күп китә тип ҡурҡа. Бөтә Рәсәй буйынса таралған селтәр магазиндарында икмәккә лә, һөткә лә хаҡтар шул уҡ. Мәскәү – Өфө араһы самолетта ике сәғәтлек юл, ҡайтып килеү ҙә проблема түгел. Мин августа билетты 3 мең һумға һатып алдым.
Хәҙер йәштәр өсөн сиктәр юҡ, теләһәң – Мәскәүҙә, Питерҙа, хатта сит илдәрҙә уҡы, шуға күрә ҡурҡырға ярамай, тәүәккәл булырға кәрәк, тип уйлайым. Әлбиттә, баш ҡаланың билдәле юғары уҡыу йортоноң студенты булып китеүемә шатмын. Тырышып уҡырға, һынатмаҫҡа кәрәк, тигән маҡсат ҡуйғанмын. Етмәһә, мин – төркөмдә берҙән-бер башҡорт милләтле студент. Был да үҙенә күрә яуаплылыҡ өҫтәй.
Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ! Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, һайлаған һөнәрҙәренә эйә булырға, тормошта үҙ урындарын табып, алған белемдәренең мәнфәғәтен күрергә яҙһын!
Читайте нас