Белем һәм тәрбиә
3 Ноябрь 2020, 14:59

Уҡытыусы исеме мәңгеләштерелде

Күптән түгел Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбендә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Шулай уҡ белем усағына данлыҡлы мөғәллимәнең исеме бирелде.

Күптән түгел Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбендә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Шулай уҡ белем усағына данлыҡлы мөғәллимәнең исеме бирелде.


Мәктәп коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов килде. Тантанала шулай уҡ байрамдың сәбәпсеһе Н.Х. Ғарипованың балалары, туғандары, мәғариф ветерандары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
– Ауыр һуғыш йылдарын үткән, ошо белем усағында хеҙмәт юлын башлаған көслө рухлы уҡытыусының исемен Ҡауарҙы мәктәбе киләсәктә лайыҡлы йөрөтөр, тип ышанам, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. Ул, байрамға буш ҡул менән килмәүҙәрен билдәләп, район хакимиәте исеменән мәктәптең матди базаһын нығытыуға 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Артабан һүҙ мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатовҡа бирелде.

– Бөтә ғүмерен Ҡауарҙы мәктәбенә, ошо ауыл балаларына белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Назафат Хәлил ҡыҙының тамырҙары Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡовҡа барып тоташа. Бәләкәйҙән балаларҙы яратҡан һәм уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ, хөрмәтле, мәртәбәле һөнәргә эйә булып, уңыштарға өлгәшә. Ҡауарҙы мәктәбе киләсәктә лә яңы уңыштары менән дан ҡаҙаныр тип ышанғы килә, – тине ул.
Рауил Ғәбдрәшит улы мәктәптең алдынғы уҡытыусылары Гөлсинә Нафиҡованы – район Советының, Әлфиә Хәмзина, Әнисә Әбел­ғужина һәм Әнисә Сурағолованы мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләк­ләне.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов, ауылдаштарын тәбрикләп: “Мәктәбебеҙгә Назафат Хәлил ҡыҙы кеүек күренекле кешенең исеме бирелеүе – үтә лә ҡыуаныслы ваҡиға. Уның исеменә тап төшөрмәҫкә, был исемде тағы ла юғарыраҡ дәрәжәләргә күтәрергә тейешбеҙ”, – тине. Уның һүҙҙәрен мәктәп директоры Фәймә Зөлҡәрнәева ла хупланы һәм, белем усағына олуғ уҡытыусының исеме бирелеүе коллектив алдына тағы ла тырышыбыраҡ эшләү бурысын ҡуя, тип билдәләне.
Артабан һүҙ шәхестең улы Ғәлинур Ҡалмырҙинға бирелде. Ул был байрамдың изге йома көнөндә уҙғарылыуы символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.
– Инәйебеҙ ныҡ ябай, үтә тыйнаҡ һәм баҫалҡы кеше булараҡ, фиҙакәр хеҙмәте менән оло абруй ҡаҙанһа ла, үҙ исемен шулай ололауҙы хуплап та бөтмәҫ ине, моғайын. Әммә йәне фани донъяла уның башҡарған эштәрен онотмауҙарына һөйөнәлер, тип ышанам, – тине Ғәлинур Зиннур улы һәм мәктәптең уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына тәҡди­мен дә еткерҙе, – элекке уҡытыусыларҙың, ғөмүмән, оло быуын кешеләренең мәктәбебеҙ, инәйебеҙ тураһындағы хәтирәләрен, фото һәм башҡа документтарҙы туплау өҫтөндә эшләүе маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Шул эштәр нигеҙендә әҙерләнгән альбомдар, башҡа күргәҙмә материалдар музейға урынлаштырылып, мәктәп һәм музей эшен мәктәп сайтында даими яҡтыртыу ҙа кәрәкле эшкә этәргес бирер.
Үҙенсәлекле, тәрбиәүи, тарихи әһәмиәткә эйә сарала сығыштар күп булды. Мәғариф ветераны Рим Насиров Назафат Хәлил ҡыҙына арнап ижад иткән “Уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар...” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ үҙенең күптән түгел донъя күргән “Ҡауарҙы – көслө ил” тигән йыйынтығын ҡунаҡтарға һәм китапты әҙерләүҙә ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарына бүләк итте. Назафат Хәлил ҡыҙының уҡыусыһы, остазының юлын дауам итеп педагог һөнәрен һайлаған, хәҙер инде хаҡлы ялдағы уҡытыусы-ветеран Альмира Сәйетмырҙа ҡыҙы ла матур хәтирәләрен яңыртты.
Байрамға Юлай Аҙнағоловтың, мәктәп уҡыусылары Илүзә Рәхмәтуллина, Азалия Аҙнағолова, уҡытыусы Ләйсән Исхаҡова һәм 6-сы класс уҡыусыларының йырҙары, Надя Родионованың бейеүе матур биҙәк өҫтәне.
Мәктәпкә исем биреү, иҫтәлекле таҡтаташ асыуға арналған күркәм сарала Назафат Хәлил ҡыҙы хөрмәтенә стенд та урын алғайны. Артабан материалдар менән тулыландыры­ласаҡ мәктәп музейына сәйәхәт тә ойошторолдо.
Ғафури районы.
Читайте нас