31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгендә “Ҙур тәнәфес” тип аталған Бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсының финалы үтә.
Был сараның төп маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереүгә шарттар булдырыу, уларҙы беҙҙе уратып алған мөхитте яҡшыртыу, үҫтереү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү.
Кисә ил Президенты Владимир Путин онлайн-алымда унда ҡатнашыусылар менән осрашты.
“Бөтә Рәсәйҙән йыйылған “Ҙур тәнәфес” тип аталған шәп конкурста ҡатнашыусы миллиондан ашыу мәктәп уҡыусыһын сәләмләйем!
Әлбиттә, был – образлы атама. Унда һеҙҙең тормошоғоҙ, мәктәп, дуҫлыҡ, яңы белемдәрегеҙ һәм асыштарығыҙ һыйған.
Ҡатмарлы, шаулы-шанлы XXI быуатта лидер булырлыҡ кешегә үҙ-үҙен асыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр булдырырға, уның талантын, тәбиғи һәләтен үҫтерергә, һәр кешегә үҙ юлын табырға ярҙам итергә кәрәк. Ошоға Рәсәйҙең киләсәге, уңыштары һәм ҡаҙаныштары бәйләнгән.
“Ҙур тәнәфес” һеҙгә үҙегеҙҙәге һәләттәрҙең һәм оҫталыҡтарҙың иң сағыу яҡтарын күрһәтергә, ижади эштәр һайларға, үҙ проекттарығыҙ һәм идеяларығыҙ тураһында һөйләргә мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле.
Һәр ҡатнашыусыға күрһәтелгән шәхсән иғтибар арҡаһында конкурс яңы йондоҙҙар, тотош таланттар гөлләмәһен асты. Улар үҙҙәрен танытып ҡына ҡалманы, тиҫтерҙәре өсөн өлгөгә әйләнде, барыһы ла кешенең үҙ ҡулында булыуын, бары тик теләк һәм ихтыяр көсө кәрәклеген раҫланы.
Һеҙ был хаҡта, әлбиттә, беләһегеҙ, 10-11-се кластар араһында еңеүсе булып танылған уҡыусылар 1 миллион һум аҡса ала һәм илебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлегенә эйә була. Урта кластар араһында еңеүселәргә 200 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған. Ә финалға үтеүселәр киләһе йылға “Артек” лагерына юллама аласаҡ”, - тине үҙ сығышында Владимир Путин.
Артабан “Ҙур тәнәфес”тә ҡатнашҡан уҡыусылар Рәсәй Президентына теләктәрен, һорауҙарын еткерә алды. Владимир Путин уларҙың һәр береһе менән ихлас әңгәмә ҡорҙо, яңылыҡтары, ҡаҙаныштары, улар башҡарған проекттар менән ҡыҙыҡһынды.
Әйткәндәй, Башҡортостандан финалда ике педагог оҙатыуында 17 уҡыусы ҡатнаша (бер уҡыусы ауырыу сәбәпле бара алманы). Бөтә финалсылар ҙа, педагогтар ҙа сараға юлланыр алдынан тейешле анализдар тапшырған. Республиканан ҡатнашыусыларҙың юл сығымдарын Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы үҙ ҡарамағына алған.
Ҡыҙыҡһыныусылар Рәсәй Президентының “Ҙур тәнәфес”тә ҡатнашҡан уҡыусылар алдында яһаған сығышын һәм улар менән аралышыуын түбәндәге һылтанма аша ҡарай ала: