31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Ҡырым Республикаһындағы “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге нигеҙендә “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы булды. Башҡортостандан 17 уҡыусы унда ҡатнашырға саҡырылды.
Балалар “Ижад ит”, “Иң мөһиме тураһында һөйлә”, “Сәләмәт бул”, “Изгелек ҡыл” һәм башҡа йүнәлештәр буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙан 13 кеше конкурста еңеү яуланы. Улар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Карина Башмакова, Благовещендан Айтадж Балакишиева, Нефтекаманан Екатерина Сергеева, Өфөнән Данил Каширин, Ксения Караваева, Элина Мәҡсүтова, Алина Сәлимгәрәева, Балалар академияһанан Яков Никольский, Октябрьскийҙан Елена Косаринова, Кушнаренко районынан Милена Миңлеғәлиева, Учалы районынан Азалия Рәшитова, Бәләбәй районынан Ралина Гәрәева, Асҡын районынан Максим Рогатин бар.
“Финалда миңә киләсәктә ирекмәнлек буйынса кейс эләкте. Унда беҙ әле ирекмәнлектәге проблемаларҙы тикшереп, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнек. Тырышлығым һөҙөмтәһендә “Ижад ит!” номинацияһында еңеп сыҡтым, 200 мең һум аҡса оттом. Уны гаджеттар алыуға һәм уҡыу өсөн түләүгә тотонорға ниәтләйем”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Өфөнән Элина Мәҡсүтова.
Әйткәндәй, алты уҡыусы (8 – 10-сы кластар) 200-әр мең һум, ете кеше (11-се кластар) берәр миллион һум аҡса отто. Был сумманы улар белем алыуға һәм һәләттәрҙе үҫтереүгә тотонорға ниәтләй. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, “Артек”ка юлламалар тапшырылды.
Фото: мәғариф һәм фән министрлығы.