Белем һәм тәрбиә
6 Ноябрь 2020, 09:30

Бәләкәстәрҙе "Ләйсән"дә көтәләр

Ейәнсура районында бәләкәй балалар өсөн тағы бер төркөм асылды.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы бәләкәстәре лә хәҙер балалар баҡсаһына йөрөй ала. Бының өсөн "Ләйсән" балалар баҡсаһында 24 балаға иҫәпләнгән иртә үҫеш төркөмө асылды. Был эш "Демография" милли проектының "1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыу" программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Бәләкәстәр өсөн уйнау, ял итеү, үҫешеү, туҡланыу һәм гигиенаны үтәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Шулай уҡ СанПин нормаларына ярашлы, тышта заманса уйын майҙансығы төҙөлгән. Унда йомшаҡ хәүефһеҙ япма түшәлгән, күләгә эшләнгән һәм заманса балалар ҡорамалдары ҡуйылған.
Дөйөм алғанда Ейәнсура районы балалар баҡсаларында 280 бала өсөн 15 ясле төркөм эшләй. Әлеге программа буйынса райондың Әбүләйес ауылында 20 балалыҡ һәм Абзан ауылында 24 балалыҡ йәнә өс төркөм асыласаҡ.
– Был тармаҡтағы әүҙем эште дауам итәбеҙ, балалар өсөн бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырышабыҙ. Бала тәүге көндәрҙән балалар баҡсаһына ҙур теләк менән барырға, үҙен унда уңайлы тойорға тейеш. Балалар баҡсаһы артабанғы үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ һала, – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дамин Юланов.
Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.
Читайте нас