Белем һәм тәрбиә
10 Ноябрь 2020, 09:13

Баймаҡтың йәш экологы

Илмир Моратов Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең 7-се класында уҡый. Тәү ҡарашҡа тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмаған кеүек. Әммә егеттең тирә-яҡты танып белеүгә, тыуған еренең тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡарашы бар.

Илмир Моратов Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең 7-се класында уҡый. Тәү ҡарашҡа тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмаған кеүек. Әммә егеттең тирә-яҡты танып белеүгә, тыуған еренең тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡарашы бар.


Ул төрлө үҫемлектәр үҫтереү менән мауыға, үҙенсә асыштар яһап, тәжрибәләр үткәрә. Тәҙрә төптәрендә сит ил емештәрен, виноград ултырта, алмағас үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһына. Ҡарағас, кедр сәтләүектәренән үҙе үҫтергән үҫентеләре лә бар.
Класташтары көндәр буйы ҡулдарына гаджеттар тотоп ултырғанда, йәш эколог үҙ теләге менән тәбиғәтте, үҙе йәшәгән ерҙе сүп-сарҙан таҙарта. Тирә-яҡ мөхиткә һөйөү Илмирҙың бала сағынан килә, сөнки уның өләсәй-ҡартатаһын да районда танылған экологтар тиһәк тә була. Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар йыл һайын үҙҙәре һыулаған йәмле Һаҡмар буйын таҙарта, ҡайҙа ғына сыҡһалар ҙа тирә-яҡтан сүп-сар йыя. Улар ейән-ейәнсәрҙәрен дә арттарынан эйәртә, бергәләшеп экологик өмәләрҙә ҡатнашалар. Изге эштең башланғысы булғас, әйҙәүселәре лә табыла тигәндәй, өләсәһе һәм ҡартатаһының изге ғәмәлдәрен бөгөн Илмир дауам итә.
Тәүге йылдарҙа йәш эколог үҙҙәре йәшәгән Муса Гәрәев урамын, йорт тирәһен таҙалай. Ә быйыл көҙ, этен эйәртеп, Баймаҡ ҡалаһынан Талҡаҫ яғына үткән юл аша сығып, Ирәндек итәгенә юллана. Сүп-сарҙың күплеген күреп, эште бер көндә генә тамамлап булмауын аңлаған егет көн һайын, уҡыуҙан ҡайтҡас, тәбиғәтте таҙартырға сыға.
Улдарының был эшен ата-әсәһе лә белмәй, ә бына күршеләре күреп ҡала. Зөлфирә Хәмәтдинова көн һайын тау битләүендә кемдеңдер сүп-сар йыйыуына иғтибар итә. Бер көн кисен урамға сыҡҡанда әллә күпме сүп-сар һалынған тоҡтар тотҡан малайҙы абайлап ҡала. Уның Илмир икәнен таный һәм ата-әсәһенә хәбәр итә. “Бер ай тирәһе күреп йөрөйөм, кем икән тип уйлайым. Шунан үҙебеҙҙең күрше малайҙы танып ҡалдым. Әллә ҡайһы ерҙәрҙән, саҡ көсө етеп тигәндәй, ҡый һалынған тоҡтар ташый, уны махсус сүп-сар контейнерына ташлай”, – ти ул.
Илмирҙың әсәһе Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы өйөндәге сүп-сар өсөн махсус пакеттарҙың юғалып тороуына иғтибар иткән. “Алам, кәрәк булғанда эҙләһәм, тапмайым. Ҡайҙа була икән тием дә яңынан һатып алам. Илмирҙың ҡый йыйып йөрөгәнен белмәнек тә”, – ти ул.
Улдарының был шөғөлөнә ҡаршы килмәй ата-әсә. Киреһенсә, уның менән ғорурланалар. Ни тиһәң дә, маҡсатына ынтылған, тирә-яҡты яратҡан, үҙ фекере булған кеше үҫеп килә. Бөгөн күп балаларҙы өйҙән ҡыуып та сығарып булмағанда, ана, ул тәбиғәтте таҙарта, изге эш башҡара, һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша.
Йәш эколог тирә-яҡты таҙартыр алдынан махсус карта төшөрә. Илмир унда ҡайҙа сүп-сар йыйыуын билдәләп бара, Таналыҡ йылғаһы ярындағы сүп-сар өйөмдәрен күрһәтеп, алдағы көнгә план яҙа. Унда шулай уҡ көнөнә нисә тоҡ сүп-сар йыйыуын да теркәй. Улдарының изге ниәтен белгән ата-әсәһе уға хәҙер ҙурыраҡ тоҡтар һатып алып биргән. Мәҫәлән, бер шәмбелә генә йәш эколог 10 тоҡтан ашыу ҡый йыйып, махсус контейнерға алып барып ташлаған.
Әлегә Илмир яңғыҙ, әммә киләсәктә уның был аҙымын күтәреп алыусылар ҙа табылыр. Кем белә, тиҫтерҙәренең изге ғәмәленә иптәштәре лә ҡушылыр, уға ярҙам итеүселәр табылыр.
Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер, тиҙәр. Баймаҡтың йәш экологы Илмир Моратовтың был ҡыйыу эше, һис шикһеҙ, барыбыҙға ла, хатта ололарға ла өлгө булып тора. Ирәндек тауы итәгенән кескәй генә бер малайҙың ҡулына сүп-сар һалынған тоҡтарын саҡ көсө етеп, һөйрәп ҡайтып килгәнен күргән кешеләр аҙға ғына булһа ла уйланһын ине.
Таҙартҡан ер түгел, ҡыйламаған ер таҙа булыуын хәтерҙән сығармайыҡ. Ул сағында Илмирға ла һеҙ сүпләгән урындарҙы йыйыштырырға түгел, ә үҙе яратҡан шөғөлө менән булышырға, төрлө үҫентеләр үҫтереп ҡарау, улар менән тәжрибәләр үткәрергә, махсус китаптар уҡырға ваҡыты күберәк ҡалыр ине.


Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас