Белем һәм тәрбиә
10 Ноябрь 2020, 09:03

Хәҙерге заман уҡытыусыһы

Ҡариҙел башҡорттары тарихыбыҙға, рухыбыҙға тоғро.

Тәбиғәте менән иҫ киткес гүзәл яҡтарҙа, йырҙарҙа йырланған данлы Йүрүҙән йылғаһы аҡҡан Ҡариҙел районының Шамрат ауылында донъяға килгән башҡорт ҡыҙы Зилиә Ғиндуллинаның булмышы ла, күңеле лә матур. Йәшәйеше һәм һайлаған һөнәренә тоғролоғо хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланып, хәҙер 33 йылға яҡын инде мәғариф өлкәһендә эшләй. Сирек быуат Ҡариҙел башҡорттарына башҡорт теленең матурлығын, нескәлектәрен өйрәтә, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
“Беҙ – төньяҡ-көнбайыш башҡорттары”


Ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһенең биш балаһы сабый ғына сағында мәрхүм була, 33 йәшендә бер ағаһы ла фани донъянан китә... Ә Зилиә бәләкәйҙән ғаиләлә иркә бала булып үҫә, ата-әсәһе лә ҡыҙҙарынан һөйөү наҙын йәлләмәй.
Тәүге уҡытыусыһы Фәнүзә Ғәниева ҡыҙға белем донъяһы ишектәрен асып ҡына ҡалмай, педагог һөнәренә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләй. Фәнүзә Миңлеғәле ҡыҙының дәрестәре аша уҡытыусылыҡ эшенә ғашиҡ була ул. Зилиә бөгөн дә беренсе уҡытыусыһын онотмай, уның менән һәр саҡ аралашып, 1 сентябрь етһә лә, Уҡытыусылар көнөнә ҡарата ла сәскә гөлләмәләре бүләк итә.
Зилиәнең, тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлап, һис икеләнеүһеҙ Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға килеүе осраҡлы түгел.
– Бәләкәй сағымдан ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, Фәнүзә Миңлеғәле ҡыҙына оҡшатып дәрес биргәнем бөгөнгөләй хәтеремдә, – ти әңгәмәсем. – Атай-әсәйем дә теләгемә ҡаршы килмәне, киреһенсә, хупланы ғына. Мәктәпкә уҡырға кергәнсе үк уҡый-яҙа белә инем, өлкәндәрҙең минән шиғыр һөйләтеп, йырлатып, кәнфит менән һыйлағандары хәтеремдә. Миңә, бәләкәй һеңлеләренә, апайҙарым тыуған көнөмә гел ҡурсаҡтар бүләк итә ине, шуға күрә уйынсыҡтарым күп була торғайны. Өйҙә “парталар яһап”, ҡурсаҡтарымды ултыртып сығам да улар өсөн үҙем хаталы итеп яҙам, шунан ҡыҙыл ҡәләм менән “уҡыусыларымдың” дәфтәрҙәрен тикшерәм.
Уҡырға төшкәс, класташ ҡыҙҙар менән дәрестән тиҙ генә ҡайтып китмәй, тағы ла “мәктәп” уйнай торғайныҡ. Шуғалыр ҙа бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, уҡытыусынан башҡа бер ниндәй һөнәр хаҡында ла уйламаным. Мәсәғүт педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым.
Кескәйҙәр менән эшләү, уларға дәрес аңлатыу – үҙе бер бәхет, тип һанай Зилиә Туҡтағол ҡыҙы. Үҙенә белем биргән уҡытыусылар менән бергә эшләү яуаплылыҡ та өҫтәй уға, шуға күрә тәүге көндәрҙән башкөллө уҡытыусылыҡ эшенә сума. Йәш ҡыҙға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен уҡытыуҙы (ул ваҡытта әле үҙенә лә рус теленән һәм әҙәбиәтенән белем биргән, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Әғләм Әхмәтхан улы) ҙур ышаныс менән тапшыра.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе һөнәренә эйә Зилиә Ғиндуллина бер аҙ ҡаушап ҡалһа ла, дәртләнеп эшкә тотона. Әммә күңеле тыныс түгел, белемен артабан камиллаштырыу теләге менән яна. Әмәлгә ҡалғандай, шул саҡ әхирәте Флүзә Әхмәҙиева Башҡорт дәүләт уни­верситетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға саҡыра. Ҡуш ҡуллап риза була ул, барлыҡ имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Һәм тағы ла күңелле студент тормошо башлана.
– Тап Өфөлә белем алыуым минең туған телгә ҡарата һөйөүемде көсәйтте, үҙем дә ҡыҙыҡһынып, республиканың күпселек райондарынан килгән ҡыҙ һәм егеттәрҙең төрлө һөйләш-диалекттарын тыңлап, улар менән яҡындан аралашып, башҡорт теленең ни тиклем бай һәм яғымлы булыуына хайран ҡалдым. Беҙ, ҡариҙелдәр – төньяҡ-көнбайыш башҡорттары.
Һөйләшебеҙ, йәғни диалектыбыҙ әҙәби телдән күпкә айырыла, шуға күрә тәүҙәрәк ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәргә тарыған осраҡтар булды, ул ваҡыттарҙы хәҙер, төркөмдәштәребеҙ менән осрашҡанда, көлөп хәтерләп алабыҙ. Ҡариҙелдәр үҙҙәренең башҡорт икәнлеген онотмай, тамырҙарын барлап, төрлө саралар үткәрә, ырыу шәжәрәләрен төҙөй, – ти Ҡариҙел һылыуы.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй


Өсөнсө курсты тамамлағас, оло йәштәге ата-әсәһенә ярҙам итеү теләгенән Зилиә, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ҡулына диплом алғас, күрше Яңы Бәрҙәш ауылы егете – уҡытыусы булып эшләгән Айҙар Ғиндуллин менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаиләнең бәхетен тулыландырып, ҡыҙҙары донъяға килә. Шул ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Яңы Бәрҙәш урта белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй һәм байтаҡ уңыштарға өлгәшә Зилиә Туҡтағол ҡыҙы. Әйткәндәй, тормош иптәше Айҙар Ғәйфулла улы – 2015 йылдан ауыл биләмәһе башлығы.
1998 йылда Ҡариҙел районында “Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу” тигән темаға арналған республика конференцияһы үтә. Бер нисә мәктәп базаһында, шул иҫәптән Яңы Бәрҙәш урта мәктәбендә, асыҡ дәрестәр күрһәтелә. Был ваҡытта ауыл үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын да билдәләй. Тап ошо конференцияла Зилиә Туҡтағол ҡыҙы үҙен бар яҡлап күрһәтә лә инде: ул биргән дәрестәр һәм ауылдың тарихына арналған кластан тыш сара иң юғары кимәлдә тип баһалана. Күп тә үтмәй, уҡытыусының хеҙмәте Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ Зилиә Ғиндуллинаның һәр дәресе ижади эҙләнеүе, төплө белем биреүе менән айырылып тора. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә призлы урындар яулай, ҡала олимпиадаларында ғына түгел, республикала ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 2003 йылдан алып “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашалар. Тап уның уҡыусыһы Әлмира Ғүмәрова район буйынса эпосты тулыһынса ятлаған берҙән-бер бала була. Әлмира, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, артабан белемен Башҡорт дәүләт университетында дауам итә, магистр баҫҡысын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, әле бик уңышлы эшләп йөрөй.
Шулай уҡ Лилиә Исламғәлина – Миәкә районында Аҡмулла ижады, аҙаҡ Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа призлы урындарға лайыҡ була. Алина Фаттаева үҙе сығарған ҡобайырҙары менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Зилиә Ғиндуллинаның ҡыҙы Раушания ла әсәһенең юлын үҙ итә, бәләкәйҙән төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. “Аҡмулла вариҫтары”, “Туҡай моңдары” конкурстарында алдынғы урындарға лайыҡ була, фән олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конфе­ренцияларҙа еңеү яулай... Барыһына ла өлгөрә зирәк ҡыҙыҡай, уның исеме “Балалар энциклопедияһы”на ла индерелә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДУ-ла көнсығыш телдәрен өйрәнеү йүнәлеше буйынса бакалавриатты, артабан ошо уҡ факультеттың башҡорт әҙәбиәте бүлеге ма­гистратураһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, ситтән тороп Хоҡуҡ институтында ла белем ала.
Әйткәндәй, ҡыҙы Раушанияның бар яҡлап талантлы һәм һәр яҡлап үҫешкән булыуында ата-әсәһенең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Зилиә менән Айҙар Ғиндуллиндар, бала саҡтан ҡыҙҙарының һәләтен күреп, уны үҫтерергә тырыша. Шахмат, шашка буйынса ярыштар булһынмы, төрлө мәҙәни саралар үтһенме – барыһында ла ҡыҙҙары һәр саҡ беренсе урынды яулай. Ә йәйге ялдарын иһә төрлө райондарҙағы, шул иҫәптән һәләтле балалар өсөн ойошторолған “Йәйләү” лагерында файҙалы итеп үткәрә. Әле булһа Өфөнән ҡайтып, ауылдағы сараларҙа ҡатнашырға, үҙе лә ойошторорға өлгөрә. Баш ҡалабыҙҙа үткән ШОС һәм БРИКС саммитында Раушания үҙ теләге менән ирекмән булып ҡатнаша. Ҡытай университетында дүрт ай уҡып, белемен камиллаштырырға ла өлгөрә. Студент йылдарында тел белгесе, ғалим Жәлил Кейекбаев исемендәге стипендияға, Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ була.
Йәш быуынға төплө белем биреү өсөн Зилиә Ғиндуллина көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 2001, 2007 йылдарҙа “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк конкурсында ҡатнаша, 2007 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында оло еңеү яулай.
Бөгөн Зилиә Туҡтағол ҡыҙы – Ҡариҙел районында иң тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы педагог, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған мөғәллимә яңынан-яңы методик алымдар, хәҙерге заман технологияларын ҡуллана.
Маҡсат – “модалы һәм заманса” уҡытырға


“Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артист та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа туған телгә ҡарата һөйөү, милли йолаларыбыҙға, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел”, – ти ул. Тәжрибәле уҡытыусы яратҡан эшенә бар күңелен һала, уҡыусыларының күңелендә ғүмерлеккә ҡалырлыҡ дәрестәр бирә.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо йылды Башҡорт теле тип иғлан итеүе лә мәктәптәрҙә туған тел уҡытыуҙың мәртәбәһен күтәрҙе. Төбәк етәксеһенең уны “модалы һәм заманса” уҡытырға тигән тәҡдимен барыһы ла хуп­лап ҡаршы алды.
Был йәһәттән Ҡариҙел уҡытыусыһы үҙ дәрестәрендә ошо төбәккә генә хас һөйләшкә, диалект үҙенсәлегенә лә айырым иғтибар бирә. “Һәр кем, ҡайҙа йәшәүенә ҡарап, үҙенең төбәгенә хас һөйләште һаҡлап ҡалырға тейеш тигән ҡараштамын. Гөлләмәлә лә төрлө сәскәләр булһа, ул сағыуыраҡ һәм матурыраҡ күренә. Шуның кеүек, һәр төбәк халҡы үҙенең диалектында мөмкин тиклем иркенерәк аралашһа, был – үҙебеҙҙең башҡорт телен, тарихын, милли йолаларын, ошо ергә хас шөғөл-кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа тәүге аҙым ул”, – ти уҡытыусы.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт универси­тетының бер төркөм уҡытыусылары һәм студенттары республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарына экспедициялар ойошторҙо һәм Ҡариҙел районында ла булды. Төбәктең иң тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилиә Туҡтағол ҡыҙы ла был саранан ситтә ҡалмай, ҡулынан килгәнсә тыуған төбәгендә йәшәгән башҡорттар менән таныштырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Белем донъяһы ишектәрен ҡасандыр ябай уҡытыусы булараҡ асып кергән Зилиә Ғиндуллинаға тәүҙә директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары, унан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифалары ҙур ышаныс менән йөкмәтелә. Мәктәптә генә түгел, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул. Күп сараларға сценарийҙарҙы үҙе яҙа, уларҙы үткәреүгә ҙур өлөш индерә. “Шәжәрә”, “Һабантуй”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡаҙ өмәһе”, уҡыу йылын йомғаҡлау маҡсатында үткәрелгән “Йондоҙҙар парады” традицион сараларының барыһы ла киләсәк быуын өсөн ойошторола. Йәштәр милли йолаларҙы, халыҡ байрамдарын белһен, уларҙы онотмаһын, киләсәктә үҙҙәренең балаларына өйрәтһен тигән ниәттән сығып эш ителә.
Әңгәмәсемдең күңелен борсоған проб­лемалар ҙа бар. Бигерәк тә уны йәм­ғиәттәге урыҫлашыу күренеше, хатта ауыл ерҙәрендә балаларҙың башҡортса һөйләшергә ынтылмауы аптырашта ҡалдыра. Шулай ҙа үҙ бурысына тоғро, рухлы, дәртле һәм талапсан, иң мөһиме – үҙ эшенең оҫтаһы Зилиә Ғиндуллина кеүек уҡытыусылар булғанда, Ҡариҙел башҡорттары киләсәктә лә тарихыбыҙға, булмышыбыҙға, рухыбыҙға тоғро ҡалыр, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын белер, уны өйрәнер, артабан быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, киләһе быуын­дарға еткерер, тигән ышаныс ҙур.


Ҡариҙел районы.
Читайте нас