Белем һәм тәрбиә
10 Ноябрь 2020, 14:00

“Киләсәккә билет” алдылар

Һәр үҫмергә артабан белем алыу йүнәлеше буйынса кәңәш бирелде.

Башҡортостанда VI – XI кластарҙан 18,5 меңдән ашыу уҡыусы bilet.worldskills.ru платформаһында һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтте. Ул уҡыусыларҙың “Киләсәккә билет” проектында ҡатнашыуының тәүге этабын тәшкил итә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә “Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)” союзы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Проектта ҡатнашыу барышында йәштәр шулай уҡ һөнәри яҡтан үҙҙәрен һынап ҡараны, тәжрибәле уҡытыусылар етәкселегендә төрлө мәсьәләләрҙе систе, күнегеүҙәрҙе үтәне. Мәҫәлән, Telegram каналында чат-бот асты, лаборатор химик анализ яһаны, техник талапҡа ярашлы туристик объектты һайланы, бина милекселәре йыйылышын ойошторҙо.
Төбәктә йәмғеһе 61 йүнәлеште һайлау мөмкинлеге бар. Бының өсөн республиканың 24 ҡала, районында 59 майҙансыҡ эшләй. Саранан һуң һәр үҫмергә артабан белем алыу йүнәлеше буйынса кәңәш бирелде.
“Киләсәккә билет” проектының маҡсаты – уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итеү.
Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас