Белем һәм тәрбиә
10 Ноябрь 2020, 09:14

“Киләсәккә билет” от!

Бөгөнгө заман балалары космонавт булып йыһан гиҙергә, комбайнсы булып иген игергә теләмәй, ә уларҙы лего-ҡаласыҡтар, компьютер уйындары, пилотһыҙ караптар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге балалар технологиялар менән бергә атлай. Хыялдары ла башҡасараҡ...

Бөгөнгө заман балалары космонавт булып йыһан гиҙергә, комбайнсы булып иген игергә теләмәй, ә уларҙы лего-ҡаласыҡтар, компьютер уйындары, пилотһыҙ караптар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге балалар технологиялар менән бергә атлай. Хыялдары ла башҡасараҡ...


Уларға киләсәктә һөнәр һайлау йәһәтенән бар яҡлап ярҙам итеү, теге йәки был шөғөлгә һәләте барлығын билдәләү, йүнәлеш биреү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырып, ҡала һәм райондарҙа “Киләсәккә билет” проектын ғәмәлгә индергән.


“Һәр баланың уңышы” проектына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһында “Смарт Баймаҡ” балалар технопаркы асылған. Балалар технопаркы уҡыусыларға заманса ҡорамалдарҙа һәм олим­пиадаларҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, үҙ проекттары өҫтөндә эшләргә яңы юлдар ҙа аса. Бындағы барлыҡ компьютерҙар, сенсорлы өҫтәлдәр юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырылған.


Йәш техниктар станцияһы директоры Рәзилә Ғүмәрова белдереүенсә,“Смарт Баймаҡ” технопаркында балалар “Робоквантум”, “Энерджиквантум”, “Промдизайн”, “Аэроквантум” йүнәлештәрен теләк буйынса һайлап ала. Ә был квантумдарҙы берләштергән “Хайтек цех”та бала үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай.


– Күпселек осраҡта бала саҡ шөғөлө киләсәктә һөнәр һайлауға этәргес булып тора. Ябай тел менән әйткәндә, мәктәптә алған теоретик белемде балалар тәжрибәлә һынап ҡарай, йәғни уҡыусы ҡулды ла, башты ла эшләтеп, әҙер продукт килтереп сығара, – ти Рәзилә Ғүмәрова.

Район мәктәптәре уҡыусыларының күбеһе сират буйынса технопаркта булып өлгөргән һәм “Киләсәккә билет” отҡан да. Күптәре үҙенең ниндәй һөнәр һайларын хәл иткән, нескәлектәренә өйрәнгән тәүге башланғыс алған. Парк педагогтары төрлө майҙансыҡта эшләй, балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, уларҙы эҙләнергә, уйлап сығарырға өйрәтә. Иң мөһиме – “Киләсәккә билет” оторға ярҙам итә.


Баймаҡ районы.
Читайте нас