Белем һәм тәрбиә
12 Ноябрь 2020, 16:00

“Башҡортостанды лайыҡлы танытҡан өсөн рәхмәт!”

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Ҙур тәнәфес-2020” конкурсында еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар менән осрашты.

Бөгөн Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Ҙур тәнәфес-2020” Бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсы еңеүселәре һәм һәм унда ҡатнашҡандар менән осрашты.
Конкурста республикабыҙҙан 17 кеше ҡатнашты, шуларҙың 13-ө – еңеүселәр иҫәбендә. Алты уҡыусы – 200-әр мең һумлыҡ, йәнә ете бала берәр миллион һумлыҡ грант отто. Был аҡсаны улар белем алыу һәм үҫеш өсөн файҙаланасаҡ.
"Һеҙ эрудицияға, һөнәри йүнәлеш һайлауға, аҡыллылыҡҡа һынау үттегеҙ, белем биреү программаларынан ҡулланыу мөмкинлеге алдығыҙ, төп эксперттарҙың кәңәштәрен тыңланығыҙ. Иң яҡшы спикерҙар, үҙ эшенең оҫталары менән аралаштығыҙ, белем, компетенцияларҙы үҙләштерҙегеҙ. Бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостанды лайыҡлы танытҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Республика файҙаһына артабан да уҡырһығыҙ, үҫерһегеҙ, тип ышанам", – тине Айбулат Хажин.
Мәғлүм булыуынса, “Ҙур тәнәфес”тең финалы 31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Ҡырымдағы “Артек” халыҡ-ара балалар лагерында булды. Был конкурс – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекттарының береһе. Ул - уҡыусылар араһында уҙғарылған иң күләмле конкурс.
Һәр уҡыусы ижад, медицина, экология, инновациялар, хәйриә кеүек йүнәлештәрҙе үҙаллы һайланы.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас