Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Ноябрь 2020, 20:44

Мәктәп ихатаһында – “тимер ат”

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тарихи ваҡиға булды.

Автомобиль йөрөтөүселәр көнө алдынан колхоз осоронда эшләгән ауылыбыҙ шоферҙарына арнап, мәктәп етәкселегенең үҙ көсө менән, “ГАЗ-63” машинаһына һәйкәл асылды. Илдә йоғошло сир таралыу хәүефен иҫәпкә алып, сараға артыҡ халыҡ йәлеп ителмәне, ә бары тик ҡасандыр “Ҡыҙыл таң” колхозында эшләгән Иҫке Монасип ир-егеттәре саҡырылды.


Ауыл шоферҙарына хөрмәт йөҙөнән


– Мәктәптең төп бурысы – уҡыусыларға төплө белем һәм тәрбиә биреү. Әммә баланы шәхес булараҡ үҫтереү өсөн күркәм өлгөләр аша халҡыңа һәм илеңә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Ошонан сығып, боронғо йөк машинаһын табып ултыртыу идеяһы тыуҙы. Беҙ бала саҡта “тимер аттарҙа” саң туҙҙырып елдергән шофер ағайҙарға ҡарап һоҡлана инек. Ошо автомобилдәрҙә бер генә тапҡыр булһа ла ултырып йөрөү өсөн юл ситендә малайҙар менән ҡыяр тотоп, иген ташыған ағайҙарға сиратта торҙоҡ. Күптәребеҙ, әлбиттә, шофер булырға ла хыялланғандыр, – тип һүҙ башланы Иҫке Монасип мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев.
Һәйкәл Иҫке Монасип ауылы хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов ҡатнашлығында тантаналы рәүештә таҫмалар киҫелеп асылғандан һуң, мәктәп хакимиәте ошо йөк машинаһын тергеҙеп ултыртыуҙа ҡатнашҡан һәм ярҙам күрһәткән техник хеҙмәткәрҙәргә, ауыл эшҡыуарҙарына, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан иң оло водителдәрҙең береһе Нәзир Мөхәмәтовҡа һүҙ бирелгәс, ул рулдә йөрөгән һөнәр эйәләренә хөрмәт йөҙөнән асылған һәйкәлгә ҡыуанысын йәшермәй мәктәп етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Ауылдың абруйлы һәм элекке колхоздың оҫта шоферҙары Зөлфәр Көҫәпҡолов, Ихсан Көнәфин, Зәки Вәлиев һүҙ алып, һәйкәлдең кәрәкле һәм урынлы булыуын билдәләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Шулай итеп, бәләкәй генә тантана рәүе­шендә ойошторолған сараның әһәмиәте ҙур булды. Постаментҡа һәйкәл булып ҡунаҡ­лаған был йөк машинаһы ауыл шофер­ҙа­рына дан һәм хөрмәт билдәһе булһа, халыҡ өсөн үткәндәр иҫтәлеге, киләсәк быуынға иһә тарихи ҡомартҡы булараҡ мөһим.


Әйткәндәй...


“ГАЗ-63” (4х4) йөк машинаһы 1939 йылда Горький заводында сығарыла башлап, 1968 йылға тиклем бөтәһе 474 464 дана етештерелә.
Ауылға 1952 йылда тәүге машина – ГАЗ-АА (полуторка) маркалы автомобиль килә һәм унда Монасиптан иң тәүгеләрҙән булып Мөжәһитдин Ғәләметдин улы Буранов эшләй. 1954 йылдарҙа “ЗИС-5” маркалы машиналар килә. 1960 йылдарҙа Монасип мәктәбенә “ГАЗ-51” автомобиле бирелә һәм унда тәүге водитель булып Мәхмүтдин Шәрәфулла улы Муллағолов эш башлай.
Әлеге һәйкәлдең постаментында “Ҡыҙыл таң” колхозында эшләгән шоферҙарҙың тулы исемлегенән торған стенд ҡуйылған.
Бөрйән районы.
Читайте нас: