Заманса ҡорамалдар, уйын ҡулайламалары, баланслы таҡталар, кәнәфи-яҫтыҡтар менән йыһазландырылған, сағыу төҫтәр менән биҙәлгән иркен бүлмәлә ҡыйғас ҡашлы кескәй ҡыҙ тырышып-тырмашып хәреф яҙа. Етди йөҙлө малай әйберҙәр төшөрөлгән карточкаларҙы барлай, эргәһендәге класташы граффити стилендә рәсем яһай. Барыһы ла ҡәҙимге кластағы кеүек, тик бер генә нимә күҙгә ташлана: һәр бала янында – мөләйем, иғтибарлы өлкәндәр. Бына һары сәсле малай тынысһыҙланып, ҡысҡыра башлай. Уны кәнәфи-яҫтыҡҡа ултыртып, ҡулынан һыйпап тынысландыралар. Сабыйҙың ысынбарлыҡ менән нескә генә бәйләнеше ҡайтанан тергеҙелә, күнекмәләр дауам итә.
Һүҙебеҙ быйыл 1 сентябрҙә генә асылған тәүге Ресурс класы тураһында. Унда менталь, шул иҫәптән аутистик кәмселектәре булған балалар шөғөлләнә. Биш малай һәм бер ҡыҙ уҡытыусылар етәкселегендә беҙҙең шау-шыулы, сәйер һәм ғәжәйеп тормоштоң серҙәренә төшөнә, шулай уҡ үҙҙәренең эске донъяһын аңларға өйрәнә.
Класс педагогтары махсус әҙерлек үткән. Белем биреү ҙә һәр бала өсөн шәхсән төҙөлгән программа нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Физик һәм академик мөмкинлектәренә ҡарап, балалар 5-10 минут дөйөм класта тиҫтерҙәре араһында була, унан ресурс зонаһына ҡайтарыла. Иң мөһиме мәктәптәге дөйөм белем биреү процесы боҙолмаҫҡа тейеш. Әкренләп баланы эргәһендәге уҡытыусыһыҙ дөйөм класта ҡалдырыу ваҡыты оҙайтыла. Бының маҡсаты – үҙенсәлекле сабыйҙы үҙаллылыҡҡа өйрәтеү.
Республиканың көньяғы өсөн уникаль проект Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.