Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2020, 17:30

Имтихандарға әҙерлек башланды

Төп дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса онлайн-консультация уҙғарыла.

Төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек нигеҙендә рәсми мәғариф порталында “БДИ-ға әҙерлек” һәм “ТДИ-ға әҙерлек” тигән ике бүлек барлыҡҡа килде.
Порталда Федераль педагогик үлсәүҙәр институтының рәсми сайтынан материалдар, рус теле, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, химия, математика, физика, биология фәндәре буйынса дәүләт йомғаҡлау имтиханы буйынса видеояҙмалар, күнегеүҙәрҙе үтәүгә, эштәрҙе башҡарыуға талаптар, хаталарға анализ, эксперттар менән онлайн-консультациялар урынлаштырылған.
Төп дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса 21 ноябрҙә IX кластар өсөн рус теленән һәм математиканан онлайн-консультация уҙғарыла. Теләгән кеше ТДИ буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын gia9@rcoi02.ru электрон почтаһына ебәрә ала.
Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас