Белем һәм тәрбиә
18 Ноябрь 2020, 08:35

Бик кәрәкле ул

Конкурста Дүртөйлө ҡалаһындағы 3-сө гимназия ла еңеп сыҡҡайны.

Быйыл “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу буйынса конкурс үткәрелде.
Еңеүселәр араһында Дүртөйлө ҡалаһындағы 3-се гимназия ла бар ине. Шулай итеп, 23 июндә белем усағында проектор ҡуйылһа, сентябрь башында ноутбук, интерактив таҡта, 3D принтер килтерелгән.
“Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә был – һәр йәһәттән ярҙам. Балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн бик кәрәкле ул”, – ти 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльнара Ғәзизова.
Әйткәндәй, Дүртөйлө районының Түбәнге Әлкәш ауылы ҡыҙы Эльнара Зиф ҡыҙының педагогик стажы – 20 йылдан ашыу. Ул – юғары категориялы уҡытыусы.
Фотолар: Эльнара Ғәзизованың шәхси архивынан.
Читайте нас