Мәғлүм булыуынса, быйыл “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә республиканың төрлө район-ҡалаларында урынлашҡан 32 башҡорт һәм рус теле кабинеттары мультимедия комплекстары менән тәьмин ителәсәк. Улар интерактив таҡтанан, проекторҙан, ноутбуктан һәм күп функциялы ҡоролманан тора.
Ғөмүмән, Башҡортостанда мәғариф өлкәһенә иғтибар ҙур: тармаҡҡа күләмле финанс сығымдары йүнәлтелеү һәм эш шарттарын заман талаптарына ярашлы яңыртыу менән бер рәттән, уҡытыусыларҙың төрлө гранттар яулау, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа башҡорт телен, туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү кеүек маҡсаттар һәр саҡ Башҡортостан етәкселегенең иғтибар үҙәгендә.
Аныҡ миҫалдарға килгәндә, Борай районы үҙәгендә урынлашҡан 2-се гимназияның башҡорт теле кабинеты ла быйыл үрҙә телгә алынған 32 кабинет исемлегендә бар. Был мәғариф учреждениеһында оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева белем бирә. Уҡытыусы үҙе ошо төбәктә тыуып үҫкән: ул Борай районының Кәшкәләү ауылынан. Ике юғары белем алған: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын, БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған, тиҫтә йылдан ашыу башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Юғары квалификациялы педагог.
Ләйсән Ришат ҡыҙы Борай ауылындағы 2-се гимназияла 2014 йылдан алып эшләй, ижади ҡарашлы, үҙ фәнен яҡшы белгән әүҙем, тынғыһыҙ педагог булараҡ билдәле. Был хаҡта уның тиҫтәләрсә һөнәри конкурста ҡатнашыуы, даими призлы урындар алыуы ла һөйләй. Уҡытыусы төбәк-ара, республика, Рәсәй конкурстарында иң шәп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен яулаған.
Унан тыш, уҡытыусының уңыш билдәһе – уҡыусыларының ҡаҙаныштары. Был йәһәттән дә Ләйсән Муллағәлиева һөҙөмтәле эшләй: педагогтың уҡыусылары - төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙың, бәйгеләрҙең даими еңеүселәре.
Ләйсән Ришат ҡыҙының методик эшмәкәрлеге лә баһалап бөткөһөҙ: ул йыл һайын хеҙмәттәштәренә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсына әҙерләнергә ярҙам итә, улар иһә һәр саҡ төбәк-ара бәйгеләрҙә районды лайыҡлы яҡлай.
Талантлы педагог - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән балалар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, кластан тыш уҡыу буйынса 5-се кластар өсөн дәреслек авторҙарының береһе (2019). Унан тыш шәхсән үҙенең “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа дистанциялы мәғариф технологияларын ҡулланыу” йыйынтығын да нәшер иткән (2017).
Ләйсән Муллағәлиеваның һөнәри тәжрибәһе менән бүлешкән виртуаль майҙансығы – шәхси сайты ла бар. Уның базаһында уҡытыусы йыл һайын муниципалитетта һәм төбәктә төрлө саралар уҙғара.
Ләйсән Ришат ҡыҙы гимназияның директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара, тигәйнек. Хеҙмәттәштәре уны ыңғай, киң ҡарашлы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән аҡыллы етәксе итеп белә һәм ихтирам итә. Ойоштороу һәләте иһә коллективтың уртаҡ уңыштары нигеҙен билдәләй: Борайҙағы 2-се гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары район һәм респубиканың төрлө фәндәр буйынса үткәрелгән бәйгеләрендә, ижади, спорт конкурстарында, фестивалдәрҙә даими призлы урындар яулай.
“Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән абруйлы исемде йөрөткән педагог йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, райондың “Ағинәйҙәр” йәмғиәте ағзаһы, халыҡ театрында уйнай, гимназия ирекмәндәре командаһын етәкләй.
Бына ошондай шәп, талантлы, тынғыһыҙ булмышлы милләттәшебеҙ эшләй Борай ауылында. Әлбиттә, быйыл туған гимназияһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты өсөн мультимедия комплексы ҡайтарылыуын педагог бик шатланып ҡабул иткән.
– Мультимедиа комплексы заманса киң мөмкинлектәре булған интерактив таҡтанан, мультимедиа проекторынан, ноутбуктан, принтерҙан тора. Быға тиклем шулай уҡ республика программаһы нигеҙендә кабинет өсөн стендтар ҙа ҡайтарылғайны. Хәҙер кабинетты Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары, шағирҙары портреттары, алфавит, күренекле шәхестәр, шағирҙарҙың тыуған ерҙәре күрһәтелгән әҙәби карта кеүек кәрәкле әсбаптар тулыландырҙы. Һис шикһеҙ, бындай мөмкинлектәр беҙҙең эшкә ыңғай яңылыҡтар индерҙе, эште йәнләндереп ебәрҙе һәм һөҙөмтәлелекте лә арттырыр тип уйлайым, – тине Ләйсән Муллағәлиева.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.