Башҡортостанда тормошҡа ашырылған республиканың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы башҡорт мәктәптәре һәм кластарын йыһазландырыу, тел өйрәтеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асты. Әлеге программаға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары мультимедиялы комплекстар менән тәьмин ителә.
Нефтекама ҡалаһындағы 10-сы мәктәп-белем биреү үҙәгендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был мәктәптә биш башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй. Улар үҙ-ара кәңәшләшеп, берҙәм, татыу булып, уҡыусыларға тел нескәлектәрен өйрәтә.
Әминә Ғәлимйән ҡыҙы Зәкирйәнова 18 йыллыҡ хеҙмәт стажын башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған. “Кабинетҡа алынған интерактив таҡта, ноутбук, проектор эшебеҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороуға юл асты. Август айында беҙҙе, башҡорт теле уҡытыусыларын, Өфөгә конференцияға йыйып, бик фәһемле кәңәшмә үткәрҙеләр. Унда заманса технологиялар менән ҡулланыу, улар ярҙамында дәрестәр үткәреү, башҡорт телендәге сайттар менән эшләү йәһәтенән төплө, ғәмәли белем бирҙеләр. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа башҡорт телен уҡытыуға иғтибарҙың артыуын тоябыҙ. Мәктәп директоры Наилә Хәлим ҡыҙы Аҡмалетдинова, Нефтекама ҡалаһының мәғариф идаралығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дәртләндереү һәм ярҙам сараларының булыуы беҙгә тағы ла тырышып эшләргә көс бирә. Ата-әсәләр яғынан да ыңғай ҡараш тоябыҙ, шуға күрә балалар ҙа телде теләп өйрәнә”, – ти Әминә Ғәлимйән ҡыҙы.