Яңы уҡыу йылы республиканың ҡайһы бер белем учреждениелары өсөн икеләтә ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды, сөнки “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырылды.
Был программаға Республика инженер лицей-интернаты ла эләкте. Лицей-интернат директорының хужалыҡ эше буйынса урынбаҫары Элмир Муллағәлиев хәбәр итеүенсә, программа буйынса интерактив таҡта, проектор һәм уҡытыусыға ноутбук алғандар. Шулай уҡ кабинетҡа яңы йыһаздар алына, башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары тураһындағы стендтар ҡайтарылған.
– Элек беҙҙең лицей башҡорт мәктәбе булды, хәҙер рус мәктәптәре иҫәбенә инә, шуға ла башҡорт телен уҡытыу ауырлашты. Әле балалар ике төркөмгә бүленеп, башҡорт телен һәм рус телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Быйыл сентябрҙән класҡа ҡуйылған мультимедиялы комплекстар уҡыусыларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, заман технологиялары аша уларға телдең нескәлектәрен аңлатыу ҙа еңелләшер тип өмөтләнәбеҙ, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Исламова.
Таңсулпан Муллахмәт ҡыҙы - 25 йыл ғүмерен балаларға туған тел серҙәрен өйрәтеүгә бағышлаған тәжрибәле уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы. Ул фиҙәкәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән наградланған.
Фото: Республика инженер лицей-интернатынан.