Бөгөн күп уҡыусылар һәм ата-әсәләр көткән һорауға яуап бирелде. Дүшәмбенән 6-11 класс уҡыусылары мәктәпкә уҡырға барырға тейеш ине. Әммә был әлегә булмаясаҡ.
Бөгөн үткән яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, улар кәмендә 29 ноябргә тиклем өйҙән уҡыуҙы дауам итәсәк. Был турала "Подслушано в Башкирии" телеграм-каналы хәбәр итә.
1-5 һәм 11 класс уҡыусылары мәктәпкә барып уҡыуҙы дауам итәсәк.