Башҡортостан “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль программаһы сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларында “Кванториум” балалар технопарктары булдырыу өсөн һайлап алыу конкурсында еңеүсе тип танылған.
2021-2023 йылдарҙа Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Туймазы мәктәптәрендә дөйөм суммаһы 60 миллион һумлыҡ өс “Кванториум” технопаркы булдырыу планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Башҡортостанда Республика балалар белем биреү технопаркы нигеҙендә беренсе Кванториум асылғайны. 2018 йылдан алып тағы ун муниципалитетта балалар технопарктары эш башланы. Быйыл иһә уларҙың һаны 13-кә етте.
Мәктәп Кванториумы булдырыу түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирә:
- 2024 йылға тиклем өҫтәмә белем биреүгә балаларҙың 80 процентын йәлеп итеү;
- мәктәп Кванториумдарын арттырыу Рәсәй Федерацияһының технологик үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярашлы тәбиғи ғилми һәм техник йүнәлештәге программалар менән тәьмин итеү;
- Кванториум нигеҙендә йыл һайын кәмендә 800 баланы өҫтәмә тәбиғи һәм техник йүнәлештәр менән тьәмин итеү;
- БДИ һәм ОГЭ күрһәткестәрен яҡшыртыу;
- дүрт меңдән ашыу баланы мәктәп Кванториумының асыҡ сараларына йәлеп итеү.