Белем һәм тәрбиә
21 Ноябрь 2020, 15:45

"Шәхестәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк"

Концепцияға ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала полилингваль белем биреү йүнәлешендә эшләйәсәк 15 мәктәп асыу күҙаллана.

2019/20 уҡыу йылынан Башҡортостанда полилингваль белем биреү проекты тормошҡа ашырыла башланы. Полилингваль күп профилле мәктәптәр селтәре асыу республика Башлығының махсус Указына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостанды 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең мөһим бер йүнәлеше булып иҫәпләнә.
Бөгөн Мәскәүҙәге SKOLKOVO идара мәктәбе, Балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү фонды, шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡортостандағы полилингваль мәктәптәрҙең үҫеш векторын билдәләүгә арналған стратегик сессия үтте. Уның эшендә әлеге йүнәлештә эшләгән белем усаҡтары директорҙары, республикала полилингваль белем биреүҙе индереү менән шөғөлләнгән белгестәр һәм ғалимдар ҡатнашты.
Стратегик сессияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Ул республикала ғәмәлгә ашырылған был проекттың тотош ил күләмендә лә бик мөһим һәм көнүҙәк булыуын билдәләне.
Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Башҡортостандың полилингваль мәктәптәрен үҫтереү концепцияһының төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Был концепция дөйөм дәүләттең һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни ихтыяждарын, ватан һәм сит ил мәғарифының иң яҡшы тәжрибәләрен, республикабыҙҙағы белем биреү системаһының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Концепцияны тормошҡа ашырыу күп яҡлы мәҙәни ҡиммәттәргә эйә, социаль һәм һөнәри йәһәттән үҙ-үҙен билдәләй алған, бер нисә телдә һөйләшкән, республикала, илдә, донъяла йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларын яҡшы белгән шәхестәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк.
"Әле беҙҙең республикала полилингваль белем биреү йүнәлешендә өс мәктәп эшләп килә: икәүһе – Өфөлә, берәүһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Тиҙҙән Нефтекамала тағы бер шундай белем усағы асыласаҡ. Ғөмүмән, 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ концепцияға ярашлы, республикала ошо йүнәлештә эшләйәсәк 15 мәктәп асыу күҙаллана", - тип эштәрҙең барышы менән таныштырҙы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина.
Сессияла ҡатнашыусыларҙа Ҡаҙағстандан философия фәндәре докторы Лаура Карабасованың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул Ҡаҙағстандың белем биреү системаһына һәм дәүләт идаралығына өс телле белем биреүҙе индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ундағы “Назарбаев Интеллектуаль мәктәптәр” селтәренә ингән мәктәптәрҙә өс – ҡаҙаҡ, рус һәм инглиз телдәрендә белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Артабан сессияла ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп эшләне һәм Башҡортостанда полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереүҙең “юл картаһы”на үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас