Башҡортостанда 2019 йылдан башлап полилингваль белем биреү проекты тормошҡа ашырыла. Был йүнәлеш мәктәптәрҙә бер нисә телде бер юлы өйрәтеүҙе күҙаллай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус указына ярашлы, төбәктә күп профилле полилингваль мәктәптәр селтәрен асыу республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешендә стратегик йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
21 ноябрҙә SKOLKOVO Мәскәү идара мәктәбе, М. Ишморатованың Балаларға белем биреүгә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан республиканың полилингваль мәктәптәренең йүнәлешен билдәләү йәһәтенән стратегик сессия ойошторолдо. Уның эшендә полилингваль мәктәптәрҙең директорҙары, педагогтары, ошо төр белем биреүҙе мәғариф системаһына индергән белгестәр, ғалимдар ҡатнашты.
Шулай уҡ сессияла яҡташыбыҙ, SKOLKOVO Мәскәү идара мәктәбе президенты Андрей Шаронов та сығыш яһап, ошо йүнәлешкә бәйле проблемаларҙың сағылышын билдәләп үтте.
Әйткәндәй, Мәскәү идара мәктәбе Рәсәйҙә бизнес өлкәһендә белем биргән иң ҙур шәхси проект булып тора. Ул 2006 йылда ойошторолған, ошо ваҡытҡа тиклем меңенсе сығарылыш уҡыусыһына диплом бирелгән.
Андрей Владимирович әйтеүенсә, ул Башҡортостанда полилингваль белем биреү үҫешенең концепцияһын өйрәнеп, бик тә ҡыҙыҡлы, кәрәкле ғәмәл тип тапҡан.
"Мин Өфөлә рус ғаиләһендә тыуып үҫтем. Башҡорт телен өйрәнмәгәнгә, исмаһам, аңларлыҡ кимәлдә булһа ла белмәгәнгә үкенәм. Ә мәктәптә лә, институтта ла эргәмдә күптәр башҡортса, татарса һөйләшә ине. Өс йыл төҙөлөш отряды составында республиканың төрлө райондарында булырға тура килде, унда ла кешеләр фәҡәт башҡортса аралаша ине.
Миңә, ул ваҡыттағы балаға, башҡорт телен өйрәнә башларға нимә этәргес була алыр ине? Был мәсьәләлә тәү сиратта мотивация, ҡыҙыҡһындырыу кәрәктер тип уйлайым. Мәҫәлән, донъяла 150 миллион самаһы кешенең иҡтисади йәһәттән үҫешкән, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған илдәрҙә төрки телдәрҙә һөйләшеүе ошондай этәргес була алыр ине", – тип белдергән Андрей Шаронов сессия барышында.