Белем һәм тәрбиә
22 Ноябрь 2020, 11:00

Төҙөлөш тиҙҙән тамамлана

Яңы балалар баҡсаһы Стәрлетамаҡта иң ҙур мәктәпкәсә учреждение буласаҡ.

Йыл аҙағына Стәрлетамаҡта 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты һәм Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Генераль подрядсы төҙөлөш-монтаж эшенә былтыр ноябрҙә тотонғайны. Мәктәпкәсә учреждениеның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. Яңы объект Стәрлетамаҡта иң ҙур балалар баҡсаһы буласаҡ. Бина ике ҡатлы йылы үткәүел менән тоташтырылған ике параллель корпустан торасаҡ.
Проектта шулай уҡ баҡса биләмәһендә балалар уйын майҙансыҡтарын, физкультура майҙансығын йыһазландырыу ҡарала. Мәктәпкәсә учреждениела шулай уҡ пассажирҙар лифты һәм аҙыҡ-түлекте икенсе ҡатҡа ташыу өсөн бәләкәй йөк лифты буласаҡ.
Әле биләмә төҙөкләндерелгән, фасад эштәре тамамланып килә. Йылылыҡ бүлеүҙе һынап ҡарағандар. Төҙөүселәр эске биҙәү эштәре менән мәшғүл. Ҡорамалдар ташыйҙар.
Фото: building.bashkortostan.ru
Читайте нас