Башҡорт телен өйрәнеүселәрҙең күбәйеүе, уның ҡулланыу даирәһенең киңәйеүе, ғөмүмән, башҡорт теленә иғтибарҙың бермә-бер артыуы шатландыра. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостанға күрше урынлашҡан Пермь крайында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды. Бындағы милләттәштәребеҙҙең һөйөнөс тулы уй-кисерештәрен һөйләп аңлатырлыҡ түгел.
Барҙы – Пермь крайында Ғәйнә башҡорттары иң күп йәшәгән район. Халҡы – 25 мең тирәһе, шуның яртыһын башҡорттар (һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) тәшкил итә.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Барҙы районы Барҙа ауылының Ғ. Туҡай исемендәге гимназияһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Әлегә белем усағында яҡынса 30-лап бала шөғөлләнә, дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтә. Киләсәктә уҡыусыларҙың артыуы көтөлә. Иң мөһиме, ҡыҙ һәм малайҙарҙың туған телен өйрәнергә һәм һөйләшергә теләге ҙур, ҡыҙыҡһыныуы көслө.
Тәүге дәрестең темаһы тиккә генә республикабыҙға арналмаған, ул “Башҡортостан менән танышыу” тип аталған. Шулай уҡ беренсе көндән үк балалар башҡорт алфавитын өйрәнә башлаған. Педагогтар – Башҡортостандан, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Альбина Әүхәҙиева, Зилә Нуриханова һәм Лиза Фәтхуллина шәмбе көндәрендә аҙнаһына бер тапҡыр дәрестәр алып бара.
– Барҙалағы йәкшәмбе мәктәбенә аҙна һайын эшкә йөрөйбөҙ, – тине башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт теле һәм һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Әүхәҙиева. – Балаларҙы ике төркөмгә бүлеп уҡытабыҙ. Бәләкәстәр, йәғни III–IV кластар өсөн айырым дәрестәр ҡаралған, ә VI класс балалары үҙҙәре генә уҡый. Беҙгә айырым кабинет беркеттеләр, ул заманса йыһазландырылған.
Тәтешле – Барҙы араһы бигүк яҡын түгел, юлға ике сәғәттән ашыу ваҡыт үтә, тиҙәр. Унда барыу өсөн Пермь крайының Чернушка районы аша үтергә кәрәк. Һүҙ ҙә юҡ, телем тип янған мөғәллимәләргә араларҙың алыҫлығы ла, күпме ваҡыттың үтеүе лә – бер нәмә лә кәртә була алмай.
Альбина Әүхәҙиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыусыларҙың теләген иҫәпкә алып, ул башҡа көндәрҙә лә балалар менән zoom платформаһы һәм ватсап аша аралаша, ватсапта айырым төркөмдәре лә бар. “Был – Ғәйнә башҡорттарының төйәге, йәш быуын үҙҙәренең сығышын башҡорт ырыуынан икәнен кескәй саҡтан белеп үҫһен. Юл сығымдарын мәктәп ҡаплай, транспортҡа килгәндә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәр йә тормош иптәшем алып йөрөй”, – ти уҡытыусы.
Дәрестәрҙә яңы уҡытыу алымдарының барыһын да ҡулланырға тырышалар. Мәҫәлән, Ф.Ф. Мортазина һәм З.Ғ. Нафиҡованың I–IV кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге ныҡ ярҙам итә икән.
– Ошо ике авторҙың “Башҡорт теле” дәреслегендә, күнегеүҙәрҙән тыш, Башҡортостандың мәҙәниәте һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр балаларға аңлайышлы итеп бирелгән, – ти әңгәмәсем. – Унда грамматикаға, телмәр үҫтереүгә, тарих һәм мәҙәниәт буйынса тулы белешмәгә урын күп бүленгән, шуныһы айырыуса отошло. Шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа бар. Хәрефтәр менән танышып бөтөүгә, бәләкәй генә текстарҙы уҡый башланыҡ. Һәр кем эш дәфтәренә башҡорт хәрефтәрен дөрөҫ итеп яҙырға тырыша.
Уҡыусылар Виктория Черникова, Тимур Рәнғулов, Карина Үтәгәнова, Марат Әмировтар тиҫтерҙәренә һәр йәһәттән өлгө күрһәтә, тип билдәләне Альбина Химмәт ҡыҙы.
Уҡытыусылар тәүге көндәрҙән үк ата-әсәләрҙең ярҙамын тойған. Уларҙың һәр яҡлап булышлыҡ итеүе изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда еңеллек тыуҙыра.
– Барҙы районы гимназияһында йәкшәмбе мәктәбе асыу – ҙур ҡаҙаныш. Беҙ бойомға ашырмаҫтай эштәр юҡлығын иҫбат иттек, эйе, үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Баҡтиһәң, саҡ ҡына алға ынтылғанда, барыһы ла уң килеп тора. Балаларҙы туплау кеүек мәшәҡәттәр артта ҡалды, иң мөһиме, малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең туған телендә уҡыу мөмкинлегенә эйә. Һәр береһе теләп башҡортса яҙырға һәм уҡырға өйрәнә, ҡыҫҡа ғына ваҡытта уңыштарға ла өлгәштек. Ә улар иртәгәһе көнгә ышаныслы аҙымдар менән атларға булышлыҡ итә, – тип йылмайҙы Альбина Химмәт ҡыҙы.