Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Белем һәм тәрбиә
25 Ноябрь 2020, 17:45
Иң шәп логотипты кем эшләр?
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Эштәр 25 ноябрҙән 11 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Мәғариф һәм фән министрлығы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы логотибын эшләүгә асыҡ конкурс иғлан итә.
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Логотип телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән уҙғарылған сараларҙың фирма стилен сағылдырасаҡ, реклама-мәғлүмәт материалдарында ҡулланыласаҡ.
Конкурсҡа эштәр 25 ноябрҙән 11 декабргә тиклем ҡабул ителә, 14 декабрҙә еңеүселәр иғлан ителә һәм бүләкләнә. Әйткәндәй, һәр кеше өс эш тәҡдим итә ала. Логотипта дәүләт телдәренә һәм республика халыҡтары телдәренә, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт теленә дәүләт ярҙамы идеяһы күҙәтелергә, текстар тел тураһындағы Башҡортостан ҡануниәтенә яуап бирергә, йәнә логотипҡа авторҙың һүрәтләмәһе булырға тейеш.
Эштәр
logotel@mail.ru
электрон адресына ҡабул ителә. “Логотип эшләүгә конкурс” тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ. Еңеүсене һәм ҡатнашыусыларҙы Мәғариф һәм фән министрлығынан ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"