Белем һәм тәрбиә
27 Ноябрь 2020, 17:05

Киләсәк өсөн кәрәк

Мәскәүҙәге һөйләшеүҙе, Башҡортостандың алдынғы эш тәжрибәһен, илебеҙҙең бүтән субъект­тарына таратыу тип аңларға кәрәк

Йәшәйешебеҙҙә ғәйәт ҙур роль уйнаған, улай ғына ла түгел, хатта унан айырып ҡарап булмаған мәғариф өлкәһе, айырыуса һуңғы йылдарҙа юғары үрҙәр һәм бейеклектәр яулай икән, уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикабыҙҙа алып барған аҡыллы сәйәсәт һөҙөмтәһе тип аңларға кәрәк. Ысынлап та, республикабыҙ етәкселеге мәғариф тармағына һәр ваҡыт көслө иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Радий Хәбировтың Указына ярашлы, беҙҙә асылған күп профилле полилингваль мәктәптәр 2024 йылға хәтлем республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлеше иҫәпләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, 2019 йылдан алып күп профилле полилингваль белем биреү проекты беҙҙә уңышлы тормошҡа ашырыла, ул балаларға бер нисә телдә белем биреүҙе күҙ уңында тота.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улы, быйыл уҡытыусыларҙың форумында сығыш яһап, беҙҙә полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа килә башланы, бөгөн уларҙың икәүһе – Өфө ҡалаһында, берәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында бар, ә йыл аҙағында иһә Нефтекама ҡалаһында дүртенсе полилингваль гимназия сафҡа инәсәк, тигәйне. Ҡыҫҡаһы, 2024 йылға хәтлем бөтәһе 15 полилингваль гимназия асыласаҡ, тип билдәләне. Малай һәм ҡыҙҙарҙы һәр яҡлап үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан ошо белем усаҡтарының сафҡа инеүе – республика етәкселегенең мәғариф тармағына өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип ҡарау һөҙөмтәһе ул.
Күп профилле полилингваль мәктәптәрҙең йүнәлешен билдәләү маҡсатында ошо көндәрҙә Мәскәүҙә стратегик сессия ойошторолдо. Ул республикабыҙҙың алдынғы мәғариф системаһының эшен илебеҙҙең бүтән субъект­тарына таратыу ниәтендә үткәрелде. Дөрөҫөрәге, Сколково Мәскәү идара мәктәбе, Миңзәлә Ишморатованың Балаларға белем биреүгә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған сарала полилингваль мәктәптәрҙең директорҙары һәм уҡытыусылары, ғалимдар һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
Сколково Мәскәү идара мәктәбе президенты яҡташыбыҙ Андрей Шаронов билдәләүенсә, ул Башҡортостандағы полилингваль белем биреү үҫешенең концепцияһын өйрәнгән, үҙ сиратында, уны кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы тип тапҡан.

Башҡортостандың мәғариф системаһына арналған ҙур сарала Ҡаҙағстан Республикаһынан ғалим, философия фәндәре докторы Лаура Ҡарабасованың йөкмәткеле сығышы ла һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡунаҡ Ҡаҙағстанда мәғариф тармағында һәм дәүләт идара итеү системаһында өс телде индереү кеүек бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан. Уларҙа 2009 йылдан бирле мәктәптәрҙең “Назарбаев интеллектуаль мәктәптәр” селтәрендә, физика-математика һәм химия-биология йүнәлешендә эшмәкәрлеген көйләгән юғары уҡыу йорттарында өс телдә (ҡаҙаҡ, рус һәм инглиз) белем биреүҙе тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы проекттар киң ҡулланыла.
Өфөлә былтыр тап 1 сентябрҙә күп тармаҡлы ике полилингваль мәктәптең асылыуы республикабыҙ тормошонда оло ваҡиғаға әйләнде. Шуларҙың береһе – 44-се күп тармаҡлы полилингваль мәктәп тәүге көндәрҙән үк матур ғына эш башланы. Бер йыл ваҡыт үтте. Бөгөн белем усағының тын алышын белеү маҡсатында мәктәптең директоры Азат Батыршинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Әле беҙҙә 1410 уҡыусы иҫәпләнә, донъялағы хәл-торошҡа бәйле, алдан билдәләнгән кластар дистанцияла белем ала, ә башҡалар мәктәпкә йөрөп уҡый, – тине Азат Рафаил улы. – Кластарҙа уртаса – 30-ар бала. Беренсе класҡа иһә 260 малай һәм ҡыҙ уҡырға килде. Был мәктәптә белем эстәүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып, балаларҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итәбеҙ.
Азат Батыршин билдәләүенсә, бөгөн педагогтар балаларға башҡорт, инглиз, немец, төрөк һәм рус телдәрендә дәрестәр бирә. Ә инде киләһе йылдан ҡытай һәм француз телен өйрәнеү эш планына ингән. Белем биреү учреждениеһы уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисермәй. Бөтәһе алты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы балаларға башҡорт теленең нескәлектәрен төшөндөрә.

Читайте нас