Белем һәм тәрбиә
28 Ноября 2020, 06:45

«Абилимпикс»тағы тәүге миҙалдар

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат дауам итә.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса VI «Абилимпикс» милли чемпионаты дауам итә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен ҡалалары майҙандарында “туризм”, “персонаждар дизайны/анимация”, “виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты уйлап сығарыусы”, “инженер дизайны”, “клининг”, “брошюралау һәм тышлау эше” һөнәрҙәре буйынса мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм белгестәр ярыша.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүге һөҙөмтәләр кисә билдәле булды. Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы менән Өфө художество-гуманитар колледжы студенттары республикаға ике бронза миҙал килтерҙе.
Салауат колледжы студенты “Абилимпикс”та 2018 йылда тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Быйыл иһә “Робот техникаһы” һөнәре буйынса бәйгенең призеры булды. Был йүнәлештә ул колледждағы һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле студенттарға тәғәйенләнгән өҫтәмә белем биреү программаһына ярашлы шөғөлләнә.
Икенсе призер – Өфөнөң аталып киткән колледжының 4-се курс студенты булған ҡыҙ – чемпионатта 2017 йылдан алып ҡатнаша икән. Буш ваҡыттарында мәрйен үреү менән шөғөлләнә. Тап ошо йүнәлештә 2018 йылда һәм быйылғы ярышта уға уңыш йылмайған.
Призлы урын алған йәштәрҙе, уларҙың етәкселәрен ҡотлап, башҡа ҡатнашыусыларға ла уңыш теләргә генә ҡала.
Фото: БР Мәғриф һәм фән министрлығы.
Читайте нас