Алдан хәбәр итеүебеҙсә, киләһе аҙналағы уҡыу тәртибе билдәле булды. Республика биләмәһенә коронавирус инфекцияһын индермәү һәм уға ҡаршы тороусы оператив штаб ҡарары менән 30 ноябрҙән 6 декабргә тиклем, ҡатмарлы эпидемиологик хәл һәм был ауырыу яңынан сирләгән кешеләрҙең күплеген иҫәптә тотоп, өйҙән уҡыу тәртибе дауам итәсәк.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты 0,5-тән артмаған 23 муниципалитеттағы мәктәптәрҙә бөтә кластар ҙа ғәҙәти уҡыу тәртибенә күсә. Улар - Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош райондары һәм Сибай, Межгорье ҡалалары.
"Ата-әсә балаларына дистанцияла белем биреүҙе ойоштороуҙы һорап ғариза менән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Был осраҡта мәктәп хакимиәте, үҙендәге техник һәм кадрҙар мөмкинлектәрен иҫәптә тотоп, уҡытыу варианттарын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ уҡыусының йәшәгән урынындағы техник мөмкинлектәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, – тине ул. – Мәктәптәрҙә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү өсөн барлыҡ санитар талаптар үтәлә: балалар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһы үлсәнә, даими рәүештә еүеш йыйыштырыу башҡарыла, биналарҙы елләтәләр, антисептиктар бар".