Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республиканың 23 муниципалитеты ғәҙәти тәртиптә уҡый башланы. Уларҙа коронавирус инфекцияһы таралыу кимәле түбән. Ҡалған район һәм ҡала мәктәптәрендә 6-10 класс уҡыусылары был аҙнала дистанцияла уҡыуын дауам итә. 6 декабрҙән һуң яңы ҡарар ҡабул ителәсәк.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай уҡыуҙан балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да ныҡ арығанын һәм, әгәр артабан хәлдәр тотороҡло булһа, уҡыусыларҙы мәктәптә сығарыу ҡарары ҡабул ителеү ихтималлығы тураһында хәбәр итте.
Уҡыуҙы ғәҙәти тәртиптә дауам иткәндәр араһында Сибай мәктәптәре уҡыусылары ла бар. Бөгөндән алып унда барлыҡ класс уҡыусылары ла - мәктәптә. “Сибайский рабочий” баҫмаһы был турала ата-әсәләр һәм уҡытыусыларҙың фекерен белешкән. Уларҙы һеҙгә лә еткерәбеҙ.
Светлана, 7-се класс уҡыусыһының әсәһе:
– Әлбиттә, быға бик шатбыҙ. Ирем менән кискә тиклем эштәбеҙ. 21.00 сәғәттә саҡ ҡайтам. Ашарға әҙерләп, өйҙө тәртипкә килтергәнсе төн етә. Ә бында дәрестәр тикшерергә кәрәк. Улым бер нәмә лә аңламайым тип әйтә ине. Шәхси секторҙа йәшәйбеҙ, бәйләнеш насар. Ә минең балаға теге йәки был теманы аңлатыу өсөн көсөм дә, ваҡытым да, белемем дә етмәй. Кире дистанцияла уҡыуға ебәреп кенә ҡуймаһындар инде.
Айгөл, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһының әсәһе:
– Бик яҡшы яңылыҡ. Беҙҙә - ике мәктәп уҡыусыһы. Үҙем өйҙән эшләйем. Күҙ алдына килтерегеҙ: ике бүлмәле фатирҙа бөтәбеҙгә лә урынлашып бөтөргә кәрәк. Йыш ҡына интернет “сығып оса”. Балаларға яңы темаларҙы аңлатырға, үҙ эшемде ҡалдырып торорға тура килә ине. Бер яҡтан, һәйбәт тә кеүек – белемем арта. Тик мин бит уҡытыусы түгел, ауырыраҡ тура килә. Мәктәптә уҡыуҙары күпкә яҡшы.
Илдар, 8-се класс уҡыусыһының атаһы:
– Әлбиттә, һаулыҡ тураһында ла уйларға кәрәк, тик уҡыу ҙа мөһим. Бер йылдан улыбыҙға колледжға уҡырға инергә кәрәк, ә интернет аша ниндәй генә белем алһын инде? Уҡыу теләге лә юғала. Ҡатыным янында ултыра, контролдә тота, ярҙам итә. Тик, нисек кенә булмаһын, ғәҙәти уҡыуға алмаш юҡ.
Алексей Кириков, 1-се мәктәптең математика уҡытыусыһы:
- Башҡа уҡытыусылар кеүек үк, балаларҙың мәктәпкә уҡырға сығыуына бик шатмын. Дистанцияла темаларҙы аңлап етмәйҙәр, бәйләнеш менән техник проблемалар күп. Ә былай һәр бала янына килеп, аңламаған урынын төшөндөрөргә була. Тәнәфестә аралаша алабыҙ. Балалар ҙа бик ҡәнәғәт. Мәктәпте, бер-береһен, уҡытыусыларҙы һағынғандар.