Быйыл бик күп белем усаҡтары үҙҙәренең күркәм юбилейын билдәләне. Әлбиттә, тотош донъялағы хәл-торошҡа бәйле уларҙың ҡайһы берҙәре тантаналарҙы бер аҙға кисектереп торған, ә бәғзе берәүҙәр уны символик рәүештә генә үткәрә. Уның ҡарауы, барыһында ла өлгәш йәһәтенән уңыштар бар, белем сифаты ла яҡшы.
Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы иһә 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан ошо гимназияның директоры Айгөл ШАҺИСОЛТАНОВА белем усағы тураһында һөйләй.
– Бөгөн гимназияла 600-гә яҡын бала белем ала, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәрҙә 200-гә яҡын бала тәрбиәләнә, – тип башланы һүҙен Айгөл Басир ҡыҙы. – Туған телде өйрәнеү менән бер рәттән, белем усағында башҡорт телендә төрлө тәрбиәүи саралар даими үткәрелә.
Юғары кластарҙа филология һәм тәбиғи фәндәр буйынса профилле белем биреү етди ҡараш тыуҙырҙы. Сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарындағы уңыштары ҡыуандыра. Улар йыл һайын рус теле, әҙәбиәт, математика, информатика, биология, химия, тарих буйынса белем сифатының юғары икәнлеген иҫбатлай. Гимназияны тамамлаусыларҙың күпселеге республикабыҙ, Рәсәй, сит ил юғары уҡыу йорттарында төрлө йүнәлештәге һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, барлыҡ өлкәләрҙә лә уңышлы эшләп йөрөй. Милли кадрҙар әҙерләүгә, һәр яҡлап үҫешкән шәхестәр тәрбиәләүгә лә белем усағы тос өлөш индерә.
2015 йылдың көҙөндә гимназияла, буш торған бинала капиталь ремонттан һуң, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәр асылыуын да яңы күренеш тип ҡабул итергә кәрәк. Мәктәп йәшенә еткәс, улар гимназияға уҡырға киләсәк. Белем биреү учреждениеһы ҡарамағында балалар баҡсаһының эшләп килеүе бик отошло, сөнки тәрбиә һәм белем биреү нигеҙҙәре балалар баҡсаһында башлана, мәктәптә үҫеш ала. Шунлыҡтан уҡырға ниндәй балалар килеүен алдан күреп, улар менән әҙерлек эштәрен ентекле һәм эҙмә-эҙлекле алып барырға мөмкинлектәребеҙ киң.
Гимназияла, бөгөнгө талаптарҙы аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләй. Улар үҙҙәре лә төрлө һөнәри конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Мәҫәлән, З.А. Рәхимова, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Гран-при яулап, Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе” конкурсында икенсе урынға сыҡты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р.Х. Сәфәрова, Г.Ф. Рәхмәтуллина башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсында еңеүселәр исеменә лайыҡ булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.И. Тимерғәлиева заманса уҡытыу алымдары, эш тәжрибәһе менән республикабыҙҙа ла, күрше төбәктәрҙә лә ихлас уртаҡлаша.
Һәр уҡыусыны белемле, рухи яҡтан бай шәхес итеп тәрбиәләү өсөн З.Ю. Юнысова, Ә.Ә. Ҡоланбаева, Т.Ғ. Ғайсина, З.Ғ. Бикбаева, Н.Ф. Хафизова, Н.Р. Кәримова, Л.Б. Аҡсулпанова, В.И. Кремнева, В.Ғ. Стодольникова, Ф.Ф. Дауытова, Г.Х. Хөснөтдинова, Н.С. Миңлебаева, И.Р. Насирова, Э.Р. Шәрәфетдинова, Д.М. Ураҙаева һәм башҡалар бар көсөн һала.
Юбилей уңайынан барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә – именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә – ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйем!