Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2020, 16:18

Төмәнәк ҡыҙы Гөлнараның маҡсаттары аныҡ

Туған телдә аралашыу даирәһе киңәйә.

Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙың иң бәләкәй райондарының береһе Шаранға юл йыш төштө. Мәҫәлән, алтын көҙҙә танылған яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә саҡырҙылар. Унда төбәктең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының да ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Әйткәндәй, Шаран – Зәкир Һаҙый, Йософ Гәрәй, Зарема Әхмәтйәнова кеүек әҙиптәрҙең дә тыуған төйәге. Тәнәфестә педагогтар менән осрашыу бәхете тейҙе. Үҙ эшен яратҡан тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе – Шаран ауылындағы 2-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара ҠАДИРОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Гөлнара Фәнис ҡыҙы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырығыҙ әле.
– Шаран, Йәрмәкәй, Бәләбәй һәм Бүздәк райондары, шулай уҡ Татарстан менән сиктәш булған, улай ғына ла түгел, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан Туймазы районының тәбиғәте иҫ киткес хозур. Туйма­зыларҙың ғорурлығы һаналған Ҡандракүл – йәй ҙә, ҡыш та турис­тарҙың иң яратҡан урыны. Мөғжи­зәгә тиң был ерҙә ял иткәндә кем­дәрҙе генә осратмайһың: ғаилә­леләр ҙә күп килә, йәштәр ҙә бында ашҡынып тора. Беҙҙәге Өҫән, Ҡыйҙаш, Ыҡ йылғалары, иҫәбе-һаны булмаған шишмәләр, йүкә, саған, имән, уҫаҡ, ҡайын кеүек ағастарҙан торған урман тағы ҡайҙа бар?! Әлбиттә, беҙҙә генә.
Ысынында, әгәр ҙә был яҡ кешеләре шул хәтлем итәғәтле һәм алсаҡ булмаһа, был тарафтарға халыҡ атлығып та тормаҫ ине. Шулай бит. Бына ошо ғәжәп хозур төбәктә донъяға килгәнмен, ауы­лымдың исеме – Төмәнәк.
Арҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфән­диәровтың “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тигән китабында яҙылыуынса, Төмәнәк – ҡыр-йылан кешеләренең тыуған төйәге. Ауылдың исеме данлыҡлы Төмәнәк Ҡоҙаймәтов тигән тарихи шәхес менән туранан-тура бәйле.
– Башҡорт дәүләт университетында белем эстәгәндә, һеҙҙең яҡташтарығыҙ ҙа бар ине. Ошо ҡыҙҙарҙың тырыш­лығына һәм алдынғы булыу­ҙарына һоҡландым. Гөлнара Фәнис ҡыҙына ла уҡыу еңел бирелеүенә шикләнмәйем. Ә һеҙ юғары белемде ҡайҙа алдығыҙ?
– Төмәнәк урта мәктәбендә уҡы­ған йылдарымды бер нисек тә оноторлоҡ түгел. Уйлауымса, нәҡ ошондағы педагогтар уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт уятҡандыр ҙа инде. Юғиһә, тота килеп, мөғәллимә булып китмәҫ тә инем. Тыуған ауылымда урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юлландым. Алдан уҡ баш ҡалалағы педагогия институты тураһында мәғлүмәт тупланым, ундағы яңылыҡтар менән даими танышып барҙым. Ҡыҙыҡ, уҡырға ингәндә юғары уҡыу йорто Башҡорт дәүләт педагогия институты ине, уҡыу барышында, йәғни 2000 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия университеты тигән статусҡа эйә булды. Институтҡа уҡырға индең, ә университетты тамамланың, тип мәрәкәләй әхирәттәрем. Дипломлы белгес булып эшләп йөрөгәндә, дүрт йылдан һуң, күренекле мәғри­фәтсе, билдәле шәхес Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелде.
– Бөгөнгө эшегеҙ тураһында ла белге килә.
– Уҡыусы балалар, көҙгө каникулда ныҡлы көс йыйып, мәктәпкә килде. Каникулға алдан сығарыуҙың файҙаһы шул хәтлем ҙур булыуын әйтәһе лә түгел инде. Был тәңгәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бөтә уҡытыусылар ҙа рәхмәтле тигән фекерҙәмен.
Район үҙәгендәге 2-се урта мәктәптә ҡәҙимгесә тормош гөрләй. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙебеҙ гөрлә­тәбеҙ уны. Педагогик стажым 17 йыл. Аҙнаһына 27-шәр сәғәт уҡытам башҡорт телен. Уҡыусы балалар башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнә. Телебеҙгә ҡыҙыҡһыныуҙары көслө булыуы ҡыуандыра.
– “Туймазыны күреп туйманым”, тигәйне Ҡандракүлдә ял итеп ҡайтҡан дуҫым. Ысынлап та матур яҡ. Шул тиклем күркәм төбәкте ҡалдырып, нисек Шаран районына килеп сыҡ­тығыҙ?
– Төмәнәк – Шаран районына сиктәш ауыл, тигәйнем инде. Үҙ-ара туғанлашып, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып бөткәнбеҙ. 1999 йылда Шаран районының Шаранбаш ауылы егетенә кейәүгә сыҡтым. Район үҙәгендә шәхси йорт һалдыҡ. Шунан бирле Шаранда йәшәйбеҙ. Ша­рандың 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 2002 йылда эшкә килдем. Уйлап ҡараһаң, килен булып төшкәнгә күпме ваҡыт үткән. Был яҡтарға тиҙ өйрәндем, әйтер­һең дә, Шаран районы – тыуған яғым.
– Бөгөнгө педагог ниндәй булырға тейеш? Ғөмүмән, уҡы­тыусы һөнәре еңелдән түгел бит...
– Зарланыу ҙа, үкенеү ҙә түгел, ысынлап та, уҡытыусы һөнәре еңелдән түгел. Минең фекеремсә, педагоглыҡ эше – бик ауыр, ҡат­марлы һәм яуаплы һөнәр. Ысын педагогка әйләнеү өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды тик уларға бағыш­ларға кәрәк. “Уҡытыусы үҙе уҡы­ғанда ғына уҡытыусы булып ҡала” тигән әйтем йәшәй беҙҙең халыҡта. Был йәһәттән дистанцияла белем биреү, интернет-форум, педсовет, конференция һәм башҡа саралар һәр уҡытыусы өсөн уңайлы ла, кәрәкле лә.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡы­тыуҙа яңы һәм хәҙерге заман мәғлүмәт технологияларын, ком-пь­ютерҙы иркен ҡулланыу уҡытыу сифатын яҡшыртырға ныҡ ярҙам итә, ҡыҙ һәм малайҙарҙың үҙаллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттыра, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Шулай уҡ, мәктәп програм­маһынан тыш, төрлө сараларҙа ҡатнашыу шәхсән минең профессиональ кимәлемде арттыра. Мәҫәлән, республика кимәлендә үткәрелгән “Тере шишмәләр” шиғыр ятлау бәйгеһендә ҡатнашып, “Үҙ һөнәремә тоғро ҡалам” номина­цияһында еңеү яуланым. ”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы” төбәк-ара конкурсында “Быуындар бәйләнеше һағында” номи­нацияһында еңеүсе булдым. Шөкөр, уҡыусыларым да, Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендә уҙғарылған (“Өкө балаһы”, “Ломоносов уҡыу­ҙары”, “Асыш алдынан” һәм баш­ҡалар) ярыштарҙа тәүге урындарҙы яуланы.
– Уҡыусыларымдың бөтә холоҡ-фиғелен дә белеп бөт­төм, тип уйлайһығыҙмы? Ғөмү­мән, балаларҙың хәл-торошон тулыһынса аңлау мөмкинме? Әгәр юҡ икән, уҡытыусы менән уҡыусы араһында аралашыу нисек барырға тейеш?
– Минеңсә, һәр уҡыусының ҡылыҡ-фиғелен тулыһынса белеп бөтөрөү мөмкин түгел. Һәр баланың донъяға үҙ ҡарашы, бәләкәйҙән үҙ характеры, тормошҡа үҙ мөнәсә­бәте. Аралашыуға килгәндә, бер-береңә ихтирам, ышаныс тәүге көндәрҙән үк барлыҡҡа килергә тейеш, тип уйлайым.
– Ғафури районында баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының төбәк-ара форумында һеҙ ҙә ҡатнаштығыҙ. Унан үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
– Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт телен уҡы­тыу, ерле һөйләш менән сағыш­тырып өйрәнеү бөгөн айырыуса мөһим. Форумда тәжрибә һәм яңы фекерҙәр менән уртаҡлашҡан коллегаларымдың эш тәжрибәһен артабан ҡулланасаҡмын. Башҡорт телен дистанцияла уҡытыу алым­дарының күп тармаҡлы булыуы һәм уларҙы дәрестәрҙә киң ҡулланыу минең өсөн яңылыҡ булды.
Шуныһы шатлыҡлы, форум баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен арт­тырҙы, унан алған бай тәьҫораттар, яңы фекерҙәр тағы ла дәртлә­не­берәк эшләргә көс бирҙе. Бындай осрашыуҙар башҡорт теленең бөгөнгө торошо, уның киләсәге һәм үҫеше өсөн бик кәрәк, сөнки эшлекле форумдар уҡытыусыларҙы берләштерә.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Киләсәктә лә туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһенең киңәйеүен, гәзит алдырыусыларҙың һәм уны яратып уҡыусыларҙың тағы ла күберәк булыуын теләйем! “Баш­ҡортостан” гәзите күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнде, мәғарифҡа арналған “Белем һәм тәрбиә”, “Мәғариф”, “Еҙ ҡыңғырау” тигән махсус биттәрҙе дәрестә ҡулланыу ҙа шул тиклем отошло.
– Гөлнара Фәнис ҡыҙы, һо­рау­ҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Шаран районы.
Читайте нас