Башҡортостан илебеҙҙә төрлө тармаҡ буйынса алдынғы булған шикелле, төҙөлөш йәһәтенән дә һынатмай. Айырыуса белем усаҡтарының күпләп төҙөлөүе иғтибарҙы йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ һәр милли проектты тормошҡа ашырыуҙа бүтәндәргә өлгө күрһәтә. “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты ла шуға асыҡ миҫал.
Әйтәйек, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Балаҡатай районының алдынғы эш тәжрибәһен күптәр өйрәнә. Төбәк етәкселеге тәүге көндәрҙән үк “Мәғариф” милли проектын бөтә тулылығында бойомға ашырыуға ең һыҙғанып тотондо. Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлиндең һүҙҙәренә ҡарағанда, заман менән бергә атлағандарҙың киләсәге яҡты, һәр бала матди-техник базаһы яҡшы, төрлө йүнәлештә үҫеү өсөн һәр яҡлап та шарттар булған, ҡыҫҡаһы, заманса мәктәптә уҡырға тейеш.
Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Ямаш ауылы мәктәбенең спорт залына ремонт үткәрелгән. Бөгөн иһә бындағы йөҙҙән ашыу ҡыҙ һәм малай заманса спорт залында шөғөлләнә.
– Класта партала ултырып уҡыған баланың арыуы бәхәсһеҙ, – тип аңлата педагогтар. – Дәрес ваҡытында был бигерәк тә беҙгә, уҡытыусыларға, ныҡ һиҙелә. Кемдер урынында ултырып сыҙай алмай борғолана, икенселәр юҡ сәбәпте бар итеп тороп ала. Дөрөҫ, тәнде яҙып алырға кәрәк, физик күнегеүҙәр тағы ла дәртләнеберәк белем эстәүгә этәрә. Бөгөн беҙҙең мәктәптең спорт залын танырлыҡ та түгел, бында барыһы ла балалар өсөн эшләнгән.
Беҙҙе спорт залы менән таныштырҙылар. Ҡыҙ һәм малайҙар дәрескә шул хәтлем мөкиббән киткән, хатта сит кешеләрҙең инеүен дә шәйләмәне. Уның иркен һәм яҡты булыуы күҙгә ташланды. Спорт төрөнөң ҡайһыһы менән шөғөлләнергә теләйһең, рәхим ит, барыһы өсөн дә юлдар асыҡ.
Егеттәр һөйләүенсә, әгәр элек спорт залы ҡотһоҙ күренһә, унда ингеләре лә килмәһә, хәҙер был урынға атлығып торалар. Һәр егет физкультура дәресен яратырға тейеш, күнекмәләргә йөрөү – әрмегә яҡшы әҙерлек ул.
– Көткәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ булды, – тип малайҙарҙың фекерен ҡеүәтләй ҡыҙҙар. – Тышта ҡойоп ямғыр яуып торғанда ла, физкультура дәрестәре үтә.
Ата-әсәләрҙең дә ҡыуанысы сикһеҙ. Ни генә тиһәң дә, спорт һөйгән, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән балалар арабыҙҙа күп.
Ямаш ауылы мәктәбе районда һәр йәһәттән дә беренселекте бирмәй. Белем усағында спорт залының яңыртылыуы киләсәктә спортсыларҙың тағы ла артыуына килтерер, әлбиттә.