Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Айһылыу Моталлапова бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Уҡыуҙа алдынғы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡыҙҙың уҡытыусы булырына берәү ҙә шикләнмәй. Тәүге тапҡыр хәреф танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәткән башланғыс класс уҡытыусыһы булырға теләгән ҡыҙҙың көтмәгәндә ҡарашының ҡырҡа үҙгәреүенә мәктәптәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға килгән Айһылыу Сәләх ҡыҙы Йәнтүрина-Ғөбәйҙуллина сәбәпсе була.
Уҡытыусы дәрестәренең төплө һәм ҡыҙыҡлы булыуы, балаларға әҙәбиәт донъяһын шул тиклем мауыҡтырғыс итеп бирә, ошо фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алыуы менән Айһылыуҙың күңелен арбай, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ул яҙған иншаларҙы ла, яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса һүрәтләмәләрен дә иптәштәре алдында һәр саҡ өлгө итеп ҡуя, аҡрынлап ижади эштәргә йәлеп итә. Бар фәндәрҙән яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән зирәк һәм тырыш Айһылыу Моталлапова уҡыған йылдарында төрлө фәндәрҙән предмет-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. “Һинән яҡшы уҡытыусы сығасаҡ”, – тип башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла күңеленә ҡанат ҡуйғас, урта мәктәпте тамамлағас та, документтарын һис икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетына тапшыра.
Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, имтихандарҙы уңышлы биреп, студент булып китә. Бында ла һынатмай: факультет тормошонда әүҙем ҡатнаша, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, яҡшы уҡый. IV курста психология фәне буйынса уҡытҡан Анна Сорокина студенттарға Мостай Кәримдең ижады буйынса психологик йүнәлештә курс эше яҙырға ҡуша һәм йомғаҡлау кисәһенә Башҡортостандың халыҡ шағирын саҡыра. Студенттар уның төрлө әҫәрҙәрен сәхнәләштерә һәм шунда Айһылыу Моталлапова “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Тәңкәбикә ролен уйнай. Хатта Мостай Кәрим, уның янына килеп: “Сәнғәт юлын һайлаһаң да яңылышмаҫ инең”, – тип юғары баһа бирә. Тап улар осорона тәүге Ҡоролтайҙа ҡатнашыу бәхете тейә, уларҙың төркөмөндә белем алған ҡыҙ һәм егеттәр, бөгөнгө көн термины менән әйткәндә, ирекмәндәр булараҡ, Ҡоролтай делегаттарын ҡаршы алыу һәм оҙатыу кеүек сараларҙа ҡатнаша.
Күңелле студент тормошо тиҙ арала үтеп тә китә, ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын тыуған яғында башларға теләк белдереп, йәш белгес Сибай ҡалаһына эшкә ҡайта. Ҡаланың 12-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларға белем бирә. Тәүҙәрәк рус мәктәбендә эшләп китеүе лә еңел булмағандыр, әммә үҙ эшенә һәр саҡ талапсан һәм етди ҡараған йәш мөғәллимә тәүге көндәрҙән үк уҡыусыларҙың ышанысын яулай, туған телгә ҡыҙыҡһыныу уята. Уның класында белем алған төрлө милләт балалары башҡортса һөйләшергә, уҡырға ғына түгел, рәхәтләнеп аралашырға ла өйрәнә. Үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән, ҡала һәм республика буйынса бик күп конкурстарҙа үҙе лә, уҡыусылары ла призлы урын яулаған абруйлы уҡытыусы оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр уҡытыу буйынса методисы булып эшләй, әле ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡыта.
Бөгөн уның хеҙмәт кенәгәһендә – 23 йылдан ашыу эш тәжрибәһе, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған уҡытыусы быйыл “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 50-шәр мең һум күләмендәге аҡсалата премияһына лайыҡ була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыу бәхете тейә.
Бөгөн, бигерәк тә “Федераль белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу”ҙа һанлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу, хәҙерге заман технологияларын файҙаланып, уҡыусыларға дәрес биреү, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың ҡулында төрлө гаджеттар булғанда туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу еңелдән түгелдер. Әммә заман менән йәнәш атлаған, һәр яңылыҡты ҡабул иткән, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән педагогтың уңыштары ла, һөйөнөстәре лә байтаҡ.
– Белеүегеҙсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен модалы итеү, йәштәр араһында популярлаштырыу тураһында үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Әлбиттә, туған тел һәр ваҡытта ла популяр булырға тейеш. Әммә бөгөнгө үҙәкләштереү, белем биреү системаһын донъя стандарттарына яраҡлаштырыу шарттарында туған телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре көнүҙәк булып тора.
Съездан ҡайтҡас та лицей уҡыусылары менән ошо турала әңгәмәләр ойошторҙом. Миңә уҡыусыларҙың бөгөнгө хәлде аңлап ҡабул итеүе, туған тел яҙмышына битараф булмауы ҡыуандырҙы. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, хәҙерге заманда туған телде нисек популярлаштырыу тураһында аныҡ фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙеләр. Шуны ла билдәләргә кәрәк: туған телгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам ғаиләнән башлана. Унда ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелә, бала шул юлды һайлай. Башҡорт лицейында ҡаланың башҡорт интеллигенцияһы ғаиләләренән балалар күпселекте тәшкил итә. Шуға ла мәктәптә уҡыусылар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә туған телгә ҡарата бик ыңғай ҡарашта. Хатта һуңғы йылдарҙа туған телде өйрәнеүгә ғариза яҙырға кәрәклекте бик аптырап ҡабул итте ата-әсәләр. “Беҙ бит балаларыбыҙҙы башҡорт мәктәбенә алып килдек һәм ни өсөн башҡорт телен өйрәнһен тип ғариза яҙабыҙ?” – тип аптырашты күбеһе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, юғары кластарҙа белем биреү ойошмаларының төп иғтибары Берҙәм дәүләт имтихандарына
йүнәлтелгәнлектән, уҡыусыларҙың туған телгә ҡарата мөнәсәбәте һыуына төшә. Был аңлашыла ла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса алған белем уҡыусы өсөн бер вузда ла кәрәкмәй булып сыға... Хатта уҡыусылар һайлап алып, башҡорт теленән тапшырған Берҙәм төбәк имтиханы һөҙөмтәһе бер вузда ла, филология буйынса уҡырға ҡабул ителгәндә лә иҫәпкә алынмай, шуға күрә лә юғары класс уҡыусылары өсөн туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре өҫтәмә ауырлыҡ ҡына тыуҙыра, тип иҫәпләй ҡайһы берәүҙәр. Иң үкенеслеһе шунда: 11-се класс дәреслегенә хәҙерге башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәре индерелгән. Элекке һымаҡ ҡолас ташлап әҙәби әҫәрҙәргә анализ эшләп, тулыһынса ижади процесҡа инеп китеп, иншалар яҙып ултырып булмай бөгөн. Уҡыусының бөтә тормошон хәл иткән Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек осоронда тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының балаларға ауырлыҡтар тыуҙырырға әхлаҡи хоҡуғы ла юҡ, тигәндәй. Мәктәптәрҙәге бөгөнгө ошондай шарттарҙа ла тел һәм әҙәбиәтте уҡытыу бер нисек тә артҡы планға күсергә тейеш түгел! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы башҡа предмет уҡытыусыһынан һәр ваҡыт алдараҡ барырға тейеш, тип иҫәпләйем мин, сөнки туған телгә ҡыҙыҡһыныу булдырыуҙа уҡытыусы шәхесен дә билдәләмәй булмай. Балаларҙы үҙенең дәресенә ылыҡтырыу өсөн уҡытыусы күпме көс һалһа, һөҙөмтә лә шулай буласаҡ. Бигерәк тә уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә. Бөгөнгө уҡыусыға төрлө яҡлап белем биргән, уны шәхес булараҡ үҫтергән, ҡыҙыҡлы дәрестәр кәрәк.
Әлбиттә, дәрестәрҙә хәҙерге заман технологияларын ҡулланыу ҙа мөһим. Шуныһы ҡыуандыра: һуңғы осорҙа интернет селтәрендә ярайһы кимәлдә башҡорт телендә контент булдырылды. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында барлыҡҡа килгән Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәк уҡытыусыларҙың методик эшен ойоштороу, белем биреүҙә мәғлүмәти-коммуникатив сараларҙы һәм башҡа яңылыҡлы алымдарҙы ҡулланыу буйынса ҙур эш алып бара. Башҡорт телен өйрәнеүҙе донъя кимәленә сығарыу маҡсатында күп төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Туған тел илселәре” тип аталған республика акцияһы сиктәрендә Сибай уҡытыусылары ла дәрес үткәрҙе.
Туғыҙ йыл мәғариф бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист булып эшләү дәүерендә бик күп уҡытыусыларҙы төрлө конкурстарға әҙерләштем. Быйыл мәғариф бүлеге минең үҙемә “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсына сығырға тәҡдим итте. Тәҡдим лицей етәкселеге тарафынан хуплау тапты, һәм мин конкурсҡа сығырға баҙнат иттем. Конкурс ниндәйҙер кимәлдә үҙеңдең хеҙмәтеңә йомғаҡ яһау, яңы маҡсаттар билдәләү ул. 23 йыл Сибай ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Ошо эш дәүерендә миңә ярҙам күрһәткән, ышаныс белдергән һәр кемгә рәхмәтлемен. Конкурстағы еңеү ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Киләсәктә лә туған тел һағында тағы ла тырышып эшләргә кәрәклеген аңлайым. Һәр башҡорт балаһы “бер телдән дә телем кәм түгел!” тип ғорурланып әйтә ала икән, хеҙмәтемә ҡарата ошонан да юғарыраҡ баһа юҡтыр, тип уйлайым, – ти тәжрибәле педагог.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормош иптәше Рәфис менән Айгүзәл исемле ҡыҙ үҫтергәндәр. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡыҙы ла, әсәһенең юлын дауам итеп, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм инглиз теле буйынса II курста белем ала.
Айһылыу Моталлапова оҙаҡ йылдар Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ҡала тормошондағы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен пропагандалау буйынса бик күп эш башҡарған әүҙем йәмәғәтсе лә. Бигерәк тә ата-әсәләр менән аңлатыу эше алып барһынмы, балалар баҡсаларынан алып юғары уҡыу йорто студенттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙа үҙ өлөшөн индерһенме, милли матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам күрһәтһенме – һәр эштә ул әйҙәүсе һәм кәңәшсе. Бөгөн бар мөмкинлектәргә эйә булған, интернетты яулаған, бигерәк тә дистанцияла белем биргән осорҙа мәктәп уҡыусыһының яратҡан уҡытыусыһы булыу еңел түгел, сөнки нимәнелер талап итеүҙән алда иң тәүҙә үҙеңә өлгө күрһәтеү шарт. Ә минең әңгәмәсем бар яҡтан да өлгө булып тора. Коллегалары, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, ҡала халҡы һәм уҡыусылары янында ла. Ғөмүмән, уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмаған ул.