Белем һәм тәрбиә
10 Декабрь 2020, 18:30

Аудиториялар арҙаҡлы профессорҙар исемен йөрөтәсәк

Был заманса уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит ил ғалимдары менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана.

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында күренекле башҡорт ғалимдары Марат Вәли улы Зәйнуллин һәм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге аудиториялар асылды.
Был изге башланғыстың маҡсаты – билдәле ғалимдарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, уларҙың ғилми эшмәкәрлеген баһалау һәм йәш быуында башҡорт тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итеү. Шулай уҡ сара Башҡорт теле йылында һәм 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө алдынан үткәрелеүе менән дә әһәмиәтле булды.
Марат Вәли улы Зәйнуллин – күренекле телсе-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул 2010 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры итеп алына. Ғалим башҡорт филологияһы факультетын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша, студенттарға лекциялар уҡый, байтаҡ йылдар сығарылыш дәүләт имтихандарында рәйес вазифаһын башҡара.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында 2006 йылдан эшләй башлай. Профессор был уҡыу йортонда хеҙмәт иткән йылдарын ғүмеренең иң емешле осоро тип һанай. 2006 – 2016 йылдар арауығында, монографияларҙан тыш, студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн бик күп уҡыу әсбаптары, ҡулланмалар сығара. Уның БДПУ-ла эшләй башлаған йылдары уҡыу йортона бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың исемен биреү ваҡытына тура килә, шуны күҙ уңында тотоп, Әхмәт Сөләймәнов Аҡмулланың ырыуҙаштары йәшәгән төбәктәргә экспедициялар ойоштороп, ошо йәһәттән дә ҙур эштәр башҡара.
“Башҡорт теле йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты матур күрһәткестәргә өлгәште, башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса бихисап эштәр башҡарҙы. Башҡорт филологияһы факультетында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен йөрөткән аудиторияларҙың асылыуы ла – ошо матур сараларҙың дауамы. Заманса йыһазландырылған был уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит ил ғалимдары менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана. Беҙҙеңсә, буласаҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын юғары ғилми кимәлдә өйрәнгән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ғилми мираҫын өйрәнеп үҫергә тейеш”, — тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.
Материал Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас