Белем һәм тәрбиә
11 Декабрь 2020, 14:41

“Балалар өсөн шатбыҙ!”

Берәй ауылға барғанда һәр саҡ мәктәпкә һуғылып сығыуҙы үҙемә маҡсат иткәнмен. Уҡытыусылар менән әңгәмәләшеү дәртләндерә.

Берәй ауылға барғанда һәр саҡ мәктәпкә һуғылып сығыуҙы үҙемә маҡсат иткәнмен. Уҡытыусылар менән әңгәмәләшеү дәртләндерә. Әйткәндәй, педагогтар һөйләшеүгә әүәҫ һәм ихлас. Уҡыусы балаларҙың, белем эстәүҙән башҡа, кластан тыш ниндәй шөғөлдәре булыуы ҡыҙыҡһындыра. Әле лә Бөрө районында саҡта бер нисә ауылға сәфәр ҡылдыҡ. Айырыуса Зыя Нуриев исемендәге Үрге Ласынтау ауылы мәктәбенән бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Ошо белем усағының директоры Азалия Бәхтегәрәеваның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
– Бүтән белем усаҡтарындағы шикелле, беҙҙә лә тормош ҡайнап тора, көн дә санитар-эпидемиология хеҙмәттәре ҡушҡанса, балаларҙы ҡабул итеп алабыҙ, – тип һөйләй Азалия Хәким ҡыҙы. – Мәктәп ишеген асып ингәс тә, һәр ҡыҙ һәм малай махсус шыйыҡса менән ҡулдарын йыуа, һүҙ ҙә юҡ, битлек кейеү беҙҙә мотлаҡ. Сит кешеләрҙе сәбәпһеҙгә индермәйбеҙ, был бурыс ишек төбөндәге һаҡсыға йөкмәтелгән. Ошо ябай ғына талаптарҙы үтәргә һәммәбеҙ ҙә бурыслы, юғиһә вирустың таралыуына юл ҡуйыласаҡ.
Быйыл бөтәһе 27 бала уҡырға килде. Алдан уҡ шуны әйтеп үтәйем, ҡыҙ һәм малайҙар аралашыуға шул хәтлем ныҡ һыуһаған. Үрге Ласынтауҙан айырмалы, тағы ла Түбәнге Ласынтау һәм Яңы Байыш ауылдарынан балалар беҙгә йөрөп уҡый. Мәктәп автобусы яңы булғас, был йәһәттән бер ниндәй ҙә мәшәҡәт юҡ. Уҡыусылар йылы автобуста уҡырға килә. Ошо балаларҙы белем үрҙәренә алты уҡытыусы әйҙәй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Миләүшә Сәйетғәлиева менән Азалия Бәхтегәрәева ҡыҙ һәм малайҙарға туған телебеҙгә ҡарата һөйөү уятыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Балаларҙың туған телен яратыуы – беҙҙең өсөн шулай уҡ ныҡ ҡыуаныслы күренеш. Һәр кем инша яҙыуға әүәҫ, аҙаҡтан ошо яҙмаларҙы ентекләп тикшерәбеҙ. Минең шәхси принцип шундай – берәүҙең дә күңелен һүндермәҫкә, киреһенсә дәртләндерергә. Шул уҡ ваҡытта һәр баланың күренекле шәхестәрҙе өйрәнергә теләге ҙур. Мәҫәлән, Зыя Нуриевтың тормош юлы һәр баланы ҡыҙыҡһындыра. “Исемле мәктәптә уҡыуығыҙ, арҙаҡлы шәхестең ауылында тыуып үҫеүегеҙ – һәр кем өсөн ғорурлыҡ!” тип балаларға өндәшәм. Шул саҡта уларҙың күҙҙәрендә осҡондар тоҡаныуын күреү шул тиклем шатлыҡлы. Улар үҙҙәре лә Зыя Нурый улы менән сикһеҙ ғорурлана. Әйткәндәй, башланғыс кластар уҡытыусыһы Лифа Гәрәева – Зыя Нуриевтең яҡын ғына туғаны. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәүләт һәм туған тел булараҡ уҡытыла.
Белем биреү учреждениеһында түңәрәктәр үткәреү – өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Шахмат, шашка, һүрәт төшөрөү, шулай уҡ спорт йүнәлешендә һәм төрлө фәндәргә бәйле түңәрәктәр – шуға асыҡ дәлил. Уларҙы балаларҙың ҡалдырмауына һөйөнәбеҙ. Ни тиһәң дә, ошо кластан тыш ойошторолған саралар балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә бер аҙым икәнен онотмаһаҡ ине. Бынан ете-һигеҙ йыл элек педагогтар үҙ көстәре ярҙамында Зыя Нуриевтең музейын булдырған.

Унан халыҡ өҙөлмәй. Айырыуса мәктәп балаларына музейҙың кәрәклеге тураһында аңлатыу эше алып барабыҙ. Йыл да ул төрлө экспонаттар менән байытыла.
Ике ҡатлы мәктәп 1986 йылда Зыя Нуриевтең хәстәрлеге менән төҙөлгән. “IX кластан һуң егет һәм ҡыҙҙар ҡайҙа уҡырға бара?” тигән һорауҙы бер һеҙ генә бирмәйһегеҙ. Ысынлап та, бик дөрөҫ һорау. Мәҫәлән, 2019/20 уҡыу йылында IX класты ике бала тамамланы, яҡшы уҡынылар, уларҙы һәр саҡ өлгө итеп ҡуйҙыҡ. Береһе – Кушнаренко ауылы педагогия колледжына, икенсеһе Бөрө ҡалаһының күп функциялы колледжына уҡырға инде. Улар өсөн бик шатбыҙ, артабан да тәрән белем алһындар, иң мөһиме, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫһендәр.
Бөрө районы.
Читайте нас