Белем һәм тәрбиә
11 Декабрь 2020, 14:04

Башҡорт телендә һөйләшәм...

Бында башҡорт хәрефтәрен һәр кем дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнгән.

“Миләш” балалар баҡсаһы ҡыҙ һәм малайҙар тауышынан гөрләп тора. Беҙҙе күреүгә улар бер тауыштан саф башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип сәләмләне.


“Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубәшированың һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағы быйыл март айында ғына асылған.
Бөгөн бында 150-гә яҡын ҡыҙ һәм малай иҫәп­ләнә, бөтәһе алты төркөм бар. Ирина Хәйруллина, Илүсә Әфләтунова һәм башҡа тәрбиәселәр көнө буйы балалар эргәһендә.


– Балалар баҡсаһында малай һәм ҡыҙҙар башҡорт телен теләп өйрәнә, – тип һөйләй Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙы. – Бының өсөн төрлө йүнәлештә әсбаптар бар, алфавиттағы башҡорт хәрефтәрен һәр кем дөрөҫ итеп әйтергә күптән өйрәнде.


Кескәйҙәрҙең күңелендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуға күп көс кәрәк, был тәң­гәлдә тәрбиәсе Гөлназ Мөхөбуллина ең һыҙ­ғанған. Уның тыныс тауышына балалар күптән өйрәнгән. Әйткәндәй, уҡытыу­сының улар янына килеүен барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп ала.


– Башҡорт алфавитын өйрәнеү әллә ни ауыр булманы, балалар үҙҙәре тырыш булғас тиҙ генә был эште тамамланыҡ, – тип һөйләй Гөлназ Сәләх ҡыҙы. – Күп телдәр белгән кеше тор­мошта маҡсатлы йәшәй тип малай һәм ҡыҙ­ҙарҙы белем эстәргә өндәйем, дәртләндерәм.


Башҡорт теле йылы менән бәйле “Миләш” балалар баҡсаһында төрлө саралар ойошторолған. Гөлнара Яубәширова уларҙың һәр береһе уйын формаһында үтеүен ғорурланып һөйләне.


Мәсетле районы.
Читайте нас