Мәскәүҙәге VII “Вузпромэкспо-2020” милли күргәҙмәһендә донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре үҫешендә яңы дәүерҙең башланыуы тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән таныштырҙы. Фекер алышыу барышында ошондай үҙәктәр эшмәкәрлегендә өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләштеләр. Сараның модераторы Алексей Медведев әйтеүенсә, ғилми-белем биреү үҙәктәренең төп билдәләмәһе – мәғаривтың, фәндең, индустрияның һәм биләмәләрҙең партнерлығы. “Айырым төбәктәрҙең, шулай уҡ мегатөбәктәрҙең технологик һәм территориаль трансформацияһына өлгәшергә кәрәк”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үҙенең сығышында республикала яңы үҙәкте ойошторғанда Рәсәй Хөкүмәте, Фән һәм юғары белем министрлығы билдәләгән йүнәлештәргә таяныу тураһында һөйләне. “Ғилми-белем биреү үҙәгендә төп баҫым технологик продукттарҙы сит ил баҙарына сығарыуға, сеймалға ҡарамаған тауарҙарҙы, хеҙмәттәрҙә, шул иҫәптән белем биреү технологияларын, белемде экспортлауға яһалырға тейеш. Иң мөһиме – илебеҙҙең глобаль конкурентлығы һәм милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү”, – тине ул.