Белем һәм тәрбиә
11 Декабря 2020, 14:44

Тел һаҡланыр, йәшәр, тап ошондай мәктәп барында

Сибай ҡалаһында урынлашҡан Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы.

Сибай ҡалаһында урынлашҡан Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы.


Лицейҙа абруйлы, үҙ фәнен төплө белгән тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, аң-белем даирәһен байытыу, спортҡа ылыҡтырыу, тормош тигән оло юлға әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Мәктәп директоры Иштуған Рәйес улы Ноғомановтың тырыш­лығы, алдынғы ҡарашы менән ли­цейҙа уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана.
Милли мәктәп Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы төбәге өсөн рухи мәккә кеүек, сөнки бында яҙыусылар менән осрашыу­ҙар булһынмы, төрлө саралар үтһенме, төбәк-ара ярыштар тиһең­ме, милли матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештәр, үҙ-ара хеҙмәттәшлек дауам итһенме – һәр береһенә лицейҙың ишеге асыҡ, ул һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Педагогия коллективында – 44 уҡытыусы, шуларҙың 67 проценты – юғары, 22 проценты беренсе категорияға эйә. Шулай уҡ Башҡортостандың маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булғандар ҙа, мәғариф отличниктары ла бихисап. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр ҙә белем усағына теләп килә, әле коллективта өс йәш уҡытыусы балаларға белем бирә. Быйылғы уҡыу йылында бөтәһе 28 класта 722 уҡыусы белем ала.
Исеме есеменә тап килгән белем усағында милләтебеҙҙең киләсәге тәрбиәләнә, тиһәк тә, хата булмаҫ, шуға күрә мәғариф учреж­дениеһында милли тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Беренсе кластан алып ун беренселәргә тиклем баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡытыла, күпселек мәктәптән тыш саралар ҙа башҡорт телендә үтә. Икенсенән, лицейҙың яҙыусы һәм публицист Рамазан Өмөтбаевтың исемен йөрөтөүе лә – уҡыусылар өсөн оло мәртәбә. Йәш өмөтбаев­сылар уҡыуҙа ғына түгел, һәр урында алдынғы булырға тейеш тигән девиз менән белем ала бында.
Мәктәптә яҙыусының тормош юлын һәм ижадын сағылдырған бүлмә булдырылған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла хәҙерге заман талаптарына яуап бирә, уҡыусыларҙа милли рух тәрбиә­ләрлек, телгә һөйөү, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән ғорурлыҡ, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары уятырлыҡ итеп йыһазландырылған.
Башҡорт яҙыусыларының китап­тары айырым кәштәлә урын алған, мәктәп китапханаһында ла һәр уҡыусы үҙенең зауығын ҡәнәғәт­ләндерерлек баҫма таба ала, көндәлек матбуғат менән танышыу мөмкинлеге лә бар. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары тарафынан уҡыусыларҙың һәләт­тәрен асыу, уларҙы үҫтереү маҡсатында төрлө эш алып барыла. Башҡорт лицейында белем алыусылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш

ижадсыларҙың конкурсында йыл һайын ҡәләмдәрен һынап ҡарай, призлы урындар ҙа яулай. Шулай уҡ “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса ла лицей уҡыусылары ҡала һәм республика кимәлендә урынһыҙ ҡалмай, хатта бер нисә йыл рәттән Гран-при яулаған.
Уҡыу йортонда белем сифатына ныҡлы иғтибар бирелә, предмет­тарҙы өйрәнеү кафедра йүнәле­шенә бүленгән. Гуманитар, тәбиғи, математика, эстетика, физик һәм хеҙмәт тәрбиәһе буйынса уҡытыу­сылар ентекле эш алып бара, һәр кафедраның үҙенең етәксеһе билдәләнгән. Кафедраға ҡараған уҡытыусыларҙың дөйөм эш планы ҡабул ителә, ошо маҡсаттан йыл дауамында улар бер йүнәлештә эшләй. Бер төптән башҡарылған эштең һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра: лицей уҡыусылары ҡала, республика, Рәсәй буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа, фәнни конференцияларҙа даими ҡатнаша, төрлө ярыштарҙа еңеү яулай. Гагарин Кубогына ойошторолған олимпиадаларҙа үткән уҡыу йылында 214 уҡыусы үҙ көсөн һынаған, шуларҙан муниципаль этапта 28 призер һәм өс еңеүсе булған, республикала туғыҙ уҡыусы ҡатнашыу хоҡуғы алып, икәүһе призер исемен яулаған.
Мәктәп коллективының төп күрһәткестәренең береһе – сығарылыш класс уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына инеүе. Был яҡтан да педагогтарға йөҙ ҡыҙартырға тура килмәй: Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тамамлаусылар, йыл һайын Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдар йыйып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инә. Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында мәктәпте 35 бала тамамлаған, шуларҙың 30-ы – юғары уҡыу йорто студенттары. Улар араһында медицина, нефть, техник йүнәлештәрҙе һай­лау­сыларҙың күп булыуы һөйөндөрә.
Лицейҙың методик берекмә­һендә уҡытыусылар фәнни-методик, ғилми эҙләнеү эштәре алып бара, белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә урындар яулай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Наҙгөл Танһыҡҡужина ҡала кимәлендә “Йәш уҡытыусы” конкурсында Гран-при яулаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова 50 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Алдынғы белем усағында, сифатлы белем биреүгә ынтылыш менән бер рәттән, балаларҙың сәләмәт тормошона ла ҙур иғтибар бүленә. Спорттың бер нисә төрө буйынса үткәрелгән ҡала бәйге­ләрендә йыл һайын призлы урындар яулаған өмөтбаевсыларҙың даны республикала ла билдәле. Әлбиттә, һәр еңеү нигеҙендә – йылдар дауамында тупланған оло хеҙмәт һәм ныҡышмалылыҡ. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй.
Әлбиттә, уҡыу йортоноң юғары ҡаҙаныштары тураһында һөйлә­гәндә, тәү сиратта уның заманса ҡарашлы, егәрле директоры Иштуған Ноғомановтың һәм уның һәр башланғысын тотоп алырға әҙер тырыш коллективтың ижади хеҙмәтенә юғары баһа биреү урынлылыр, моғайын.
– Белем сифаты буйынса ҡаланың башҡа мәктәптәренән һис тә ҡалышмаған уҡыусылар тәрбиәләргә бурыслыбыҙ, сөнки беҙҙә республика өсөн әйҙәүсе милли кадрҙар әҙерләнә. Был йәһәттән уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙе – яңы стандарттарға яуап бирерлек матди база булдырыу, кабинеттарҙы заман талаптарына ярашлы ҡоролмалар менән йыһазландырыу, юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү һәм мәктәптә электән һаҡланып килгән изге йолаларҙы үҫтереү. Иң мөһиме – беҙгә ышанып балаларын алып килгән ата-әсәләрҙең өмөтөн һүндермәй, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, сифатлы белем биреп, оло тормош юлына әҙерләү, – ти мәктәп директоры Иштуған Рәйес улы.
Әйткәндәй, уҡыусыларҙы бар яҡлап үҫтереүҙә милли матбуғат­тың да өлөшө ҙур икәнлеген аңлай мәктәп етәкселеге һәм киләсәктә лә “Башҡортостан” гәзите менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә теләк белдерә.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас