Белем һәм тәрбиә
11 Декабрь 2020, 14:35

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Шағир, журналист, уҡытыусы...

Учалы районының Иманғол мәктәбендә һөҙөмтәле эшкә һәләтле, балаларға тәрән белем һәм тәрбиә биреү маҡсатына берҙәм хеҙмәт итеүсе коллектив тупланған. Фәнил Бүләков — үҙ һөнәрен яратып башҡарыусы уҡытыусыларҙың береһе.


Фәнил Нил улы Иманғол ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Нил Хәким улы колхозда бригадир, инженер булып эшләй, оҙаҡ йылдар ауыл Советы ха­кимиәтен етәкләй. Әсәһе Нурсилә Заһит ҡыҙы ғүмере буйы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йыр-моңға маһир була, шиғырҙар яҙа.


Бүләковтар, биш балаһын да бәләкәй генә саҡтарынан эшкә өйрәтеп, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп үҫтерергә тырыша. Бигерәк тә кесе малайҙары Фәнил әүҙем, һәләтле булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай, йыр-моңға, һүҙгә маһир булып буй еткерә.


Иманғол урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған егет артист булырға хыяллана, әммә, ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, БДУ-ның филология һәм журналистика факультетына уҡырға инә.


Унда ла Фәнил һынатмай, яҡшы уҡығаны, университет тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Президент стипендиаты була. Студент йылдарында егеттең тағы бер һәләте асыла – ул шиғыр яҙа башлай. “Шоңҡар” әҙәби бе­рекмәһе етәксеһе итеп тә һайлап ҡуялар үҙен.


Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес Башҡортостан дәүләт телера­диокомпанияһының “Тамыр” студияһында хеҙмәт юлын башлай, “Тай-тулаҡ” тапшыры­уын алып бара. Алты йыл “Тамыр” теле­радиостудияһы мөхәррире булып эшләй.


Мәскәүҙә Телевидение һәм радио тапшырыуҙары хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында телерадиожурналистика белгестәре бүлегендә уҡый. 2008 йылда тыуған районына күсеп ҡайтып, “Яйыҡ” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Шул дәүерҙә “Йәштәр тауышы” серияһында “Ҡибла эҙләгәндә” тигән тәүге китабы донъя күрә. Ул Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.


Бынан һуң Фәнил Бүләков мәктәп директоры, Иманғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаларында хеҙмәт итә.

2018 йылдан башлап, Фәнил Нил улы Иманғол мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙ эшен яратып баш­ҡара, алдынғы методикалар һәм алымдар ҡуллана, дәрестәрен ижади яҡтан байытыуға, балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Уҡытыусы белемен даими камиллаштыра. Башҡорт­остан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында мәғлүмәт-коммуникатив технологияларға өйрәнә, квалификацияһын камиллаштыра. Былтыр район конкурсында башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була.


Тырыш уҡытыусының хеҙмәт һөҙөмтәләре лә бихисап: уҡыусылары “Диктор тауышы”, “Атайсал” шәжәрәләр төҙөү, “Республикамды данлайым” иншалар конкурстарының муниципаль этаптарында, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.

Былтыр йыл аҙағында республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс үткәрелгәйне. Унда 12 мәғариф ойошмаһы еңеп сыҡты.


Иманғол мәктәбенең дә 800 мең һумлыҡ грантҡа эйә булыуында Фәнил Нил улының тырышлығы баһалап бөткөһөҙ ҙур.

– “Әкиәт иле” тип аталған проектты тор­мош­ҡа ашырабыҙ. Уның төп маҡсаты – баш­ҡорт теле ижады томлыҡтарына инде­рел­мәгән, ташҡа баҫылмаған әкиәттәрҙе туплау, халыҡ ынйыларын һаҡлап ҡалыу, – ти ул.


Билдәле сәбәптәр менән проекттың беренсе туры онлайн тәртибендә уҙғарыла. Бөгөн республиканың төрлө төбәктәренән егерменән ашыу эш килгән.


– Әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә, бигерәк тә элекке замандарҙа һәр бала әкиәт аша тәрбиәләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө йәш быуын гаджеттарҙан айырылмай. Ба­лаларҙа халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡса­тында ошо темаға мөрәжәғәт иттек. Пандемия буйынса хәл тотороҡланғас, Учалыла проект еңеүселәрен йыйып, ҙур сара уҙғармаҡсыбыҙ, – ти проект етәксеһе.


Ижадтан да айырылмай Фәнил Бүләков. Бихисап конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ул – Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған “Илһам шишмәләре”, “Йәшлек” гәзите уҙғарған Рәйес Түләк исемендәге конкурстар еңеүсеһе, Силәбе өлкәһенең Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты. Күптән түгел уның “Торналарҙы офоҡ саҡыра” тигән икенсе йыйынтығы донъя күрҙе.


Эшендә, башҡа өлкәлә уңыштарға өл­гәш­һә лә, икенсе яртыһыҙ кеше үҙен тулы­һынса бәхетле тоймайҙыр. Фәнил Бүләков – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны менән Айсилә, Азалина, Сулпан исемле ҡыҙҙар тәр­биәләйҙәр. Тыуған ауылында хәләл көс­тәре менән ҙур һәм матур йорт һалып сыҡҡан Бүләковтар, мул баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр.


Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй, ҡала мөхитендә тәрбиәләнһә лә, башҡорт телендә аралаша. Балаларында ла туған телгә һөйөү һеңдереүгә өлгәшкән Бүләковтар. Айсилә шиғырҙар яҙа, быйыл Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға ингән.


2018 йылда Фәнил Нил улы, “Йөрәк һүҙе” конкурсында уртансы ҡыҙы Азалина менән бергә сығыш яһап, икенсе урын яулаған. Алты йәшлек Сулпан да башҡортса уҡырға өйрәнгән, туған телдә шиғыр, әкиәттәр һөйләргә ярата.


Фәнил Бүләков район тормошонда ла ҡай­нап йәшәй, Учалы башҡорттары ҡорол­тайын етәкләй. Рухлы ир-уҙаман башҡорт телен үҫтереү, сәләмәт тормошто, милли мәҙәниәтте пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара.


Бына шундай һәр яҡтан килгән, кешеләр күңелендә туған телгә һөйөү уята белгән замандашыбыҙ йәшәй Учалыла. Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән, гел яңылыҡҡа ынтыл­ған Фәнил Бүләковтың әйтәһе һүҙҙәре, баш­ҡараһы эштәре, яулайһы үрҙәре алда әле.


Рухым сәңгелдәге


Йәнем моңо минең башҡорт теле,

Рухым сәңгелдәге һин, телем!

Тиңләшерлек затлы хазина тик –

Тыуған ерем, әсәм һәм илем.

Тәүге тындан һуңғы һулышҡаса

Иркәләр тик ғәзиз телгенәм.

Үҙ теленән күпһенгәндәр генә

Бер йәнемде меңгә телгеләй.

Тормошома изге ҡотто биргән,

Ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе,

Туған телем әсә һөтө кеүек,

Һәр сабыйға шундай ҡәҙерле.

Туған телем – әсә һөтө үҙе,

Милләтемдең рухы, моң, ҡото.

Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,

Милләт иткән телем башҡортто.

Айырмайыҡ бары сабыйҙарҙы

Ата-бабам биргән ырыҫтан.

Онотмайыҡ оло хәҡиҡәтте –

Тыумаған бит балаң урыҫтан.

Башҡорт теле – нурлы Уралымда

Алтындарға бирмәҫ хазина.

Халҡым рухын сағылдырып, күктә

Сая бөркөттәре ҡағына.


Беҙ – бер тамыр


Ихтилалдар булған ҡанлы ерҙә

Беҙ терелер көслө тамырбыҙ.

Уҙғандарҙың күҙҙәренә баҡһаҡ,

Хаҡ тарихтың үҙен танырбыҙ.

Башҡорттар беҙ! Ыҡтан Иртышҡаса

Йылҡыларын ҡыуған халыҡ та.

Аҫабалар – минең ҡандаштарым,

Кемдәр ҡаршы ошо хаҡлыҡҡа?

Сыңғыҙхандан ҡалған ораныбыҙ,

Бар милләтте раҫлар тамғабыҙ.

Уралтауҙан диңгеҙ сиккән саҡтан

Беҙ башҡорттар булып ҡалғанбыҙ!

Байлар, Бүләр, Ҡырғыҙ, Ҡыпсаҡ, Меңле,

Бөрйән, Ҡатай, Табын, Әйлеләр...

Һәр ырыуы ғәзиз милләтемдең

Башҡорт тарихына бәйлеләр.

Беҙ бер тамыр, гөрләп үҫер тамыр,

Йотоуҙары беҙҙе бик ауыр.

Асылдарын һаҡлар аҫабаның

Ырыуына мәңге Ҡот яуыр.


Беҙ – башҡорттар!


Беҙ, башҡорттар, ҡан бабанан ҡалған

Уралымда үгәй түгелбеҙ!

Хәләтебеҙ беҙҙең тауҙар төҫлө,

Далаһылай иркен күңел беҙ.

Мин – башҡорттоң тамыр-ағасында

Тик бер кескәй ағас ылыҫы.

Ҡаялары бында батырҙарҙың

Донъялыҡта ҡалған ҡылысы.

Ата-бабам баҫҡан һуҡмаҡтарға

Үлән ҡундырмаған бала мин.

Ошо ерҙә меҫкен булып ҡына

Төшөрмәһен башҡорт баһаһын.

Уралымдың күге шундай зәңгәр,

Таңдар үҙе йәнгә моң һыҙа.

Күктәрендә осҡан бөркөттәрҙәй,

Рух иркеңә үҙең бул хужа.

Ҡарағастың олонона баҡтым,

Халҡымдай ҙа ошо “Шәжәрә”!

Ылыҫтары – быуын, ҡойола ла,

Мәле еткәс йәнә йәшәрә.

Беҙ – башҡорттар! Ғәзиз Уралымдың

Ҡая ташын ярған тамыр ҙа.

Дауылдарға ҡаршы торасаҡбыҙ,

Уҡмашҡанда ғына тамырҙар.
Ҡурай


Ҡан хәтерен уята ла Ҡурай...

Йәнгенәмә һағыш үрләтә.

Рухҡынамдың көлөн терелтә лә,

Ҡуҙҙарынан ялҡын дөрләтә.

Йән һыҙлатып был көй ағыла ла,

Ҡурайымдан әллә ҡан тама?!.

Ошо моңдар йәнде һыҡтата ла,

Ошо моңдан күңел им таба.

Буранбайҙың яҙған сәләм хаты —

Тәфтиләүҙең утлы ялҡыны.

Моңдар булып йәнде әрнетә лә,

Һиҫкәндереп ҡайта халҡыма.

Ялҡындарҙа тере ҡалғандарҙың

Тамырҙары көлгә ереккән.

Тик ҡолдарҙың теле киҫелә лә

Күңелдәре яҙа иректән...

Яндыра моң ярһыу йөрәгемде

Тәфтиләүҙәр ҡылған янғында.

Башҡорт бар ул, башҡорт тора әле

Ғәзиз Уралының һағында.

Яндырғандар, туҙҙырғандар беҙҙе —

Күмер баҙлай тарих көлөндә...

Ҡотто һаҡлар, телде яҡлар — үҙең,

Беҙ килмешәк түгел илемдә.

Ҡар башына ҡарҙар етә ерҙә,

Бәләләрҙән ҡурсый берҙәмлек.

Ҡан хәтерен терелткәндәй Ҡурай,

Халҡым булһа ине бер ғәмле!

Тәфтиләүгә ташҡа соҡолған да,

Ҡан илатҡан ҡарғыш һүҙҙәре.

Хатабыҙға ҡарғыш сүкемәһен,

Телһеҙ балам ташҡа теҙләнеп.


Фәнил БҮЛӘКОВ


Читайте нас