Белем һәм тәрбиә
14 Декабрь 2020, 12:30

Төп Яңы йыл шыршыһы булмаясаҡ

Унда 800 самаһы бала саҡырылырға тейеш ине.

Йыл һайын республика балалары Төп Яңы йыл шыршы байрамын көтөп ала. Айырыуса йыл буйына тырышып уҡығандар, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңгәндәр, төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр. Ғәҙәттә, бындай балаларҙы байрамға саҡырып тәбрикләйҙәр, бүләктәр тапшыралар, сағыу тамаша күрһәтәләр ине.
Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы арҡаһында, республиканың Төп Яңы йыл шыршыһы булмаясаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Йыл һайын был байрамға 800 бала саҡырыла торғайны. Уҡыу һәм спорт алдынғыларынан тыш унда хәрбиҙәр балалары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән һәм инвалид балалар ҙа ҡатнаша ине. Быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында байрам үткәрелмәһә лә, шыршыға килергә тейеш булған балаларға Башҡортостан Башлығы исеменән Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас