Рус теле һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәре уҡытыусылары араһында үткәрелгән вариатив белем биреү программалары конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә дистанцияла һәм ҡәҙимге алымда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурстың төп маҡсаты – рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәре буйынса белем биргән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, улар ҡулланған программаларҙы барлау, иң яҡшыларын һайлап алыу. Был бәйгене Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты ойошторҙо.
Конкурс 17 августа башланып, дүрт этапта үткәрелде. Башҡортостан Республикаһынан унда 14 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһынан ике педагогтың – Бәләбәй гуманитар-техник колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Р. Хәбетдинованың һәм Өфө күп профилле профессиональ колледжының рус теле уҡытыусыһы Е.Г. Төхвәтуллинаның эше иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде. Улар тәҡдим иткән программалар өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙең береһе – Регина Рәдис ҡыҙы бына 18 йыл инде Бәләбәй гуманитар-техник колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
“Конкурсҡа “Туған (башҡорт) теле һәм уны уҡытыу методикаһы” тигән программамды тәҡдим иттем. Еңеүемә, әлбиттә, бик шатмын. Бүләкләү сараһында онлайн-алымда ҡатнаштым. Беҙҙең колледжда туған тел булараҡ рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре уҡытыла. Дәрестәр һаны етә, башҡорт телен барлыҡ белгеслектәр буйынса белем алған студенттар йә туған тел, йә дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Бөгөн мәктәптәрҙәге башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә, киләсәктә ошо йүнәлештәге программаларға урта һөнәри белем биргән уҡыу йорттарындағы тел кабинеттары ла индерелһен ине, тигән теләгемде еткергем килә. Был мәсьәләне сентябрь айында Красноусолда үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ла күтәргәйнек. Уның ыңғай хәл ителеренә ышанабыҙ”, – ти Регина Рәдис ҡыҙы.
Рәсәй кимәлендәге конкурсҡа сығырға йөрьәт итеп, унда үҙен лайыҡлы танытҡан Бәләбәй уҡытыусыһына яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмәтендә уңыштар һәм тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.