Белем һәм тәрбиә
15 Декабрь 2020, 14:26

Иғтибарҙың булыуы эшкә дәртләндерә

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы башҡорт мәктәптәре һәм кластарын йыһазландырыу, тел өйрәтеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асты. Әлеге программаға ярашлы, республиканың район һәм ҡалаларындағы 32 башҡорт һәм рус теле кабинеттары мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителә.

Нефтекама ҡалаһындағы 10-сы мәктәп-белем биреү үҙәгендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында биш башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй. Улар үҙ-ара кәңәшләшеп, берҙәм, татыу булып, уҡыусыларға тел нескәлектәрен өйрәтә.

Әминә Ғәлимйән ҡыҙы Зәкирйәнова 18 йыллыҡ хеҙмәт стажын башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған. “Август айында беҙҙе, башҡорт теле уҡытыусыларын, Өфөгә конференцияға йыйып, бик фәһемле кәңәшмә үткәрҙеләр. Унда заманса технологиялар менән ҡулланыу, улар ярҙамында дәрестәр үткәреү, башҡорт телендәге сайттар менән эшләү йәһәтенән төплө, ғәмәли белем бирҙеләр.

Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа башҡорт телен уҡытыуға иғтибарҙың артыуын тоябыҙ. Мәктәп директоры Наилә Хәлим ҡыҙы Аҡмалетдинова, Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дәртләндереү һәм ярҙам сараларының булыуы беҙгә тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә көс бирә. Ата-әсәләр яғынан да кире ҡараш тоймайбыҙ, шуға күрә балалар ҙа туған телде теләп өйрәнә.

Кабинетҡа алынған интерактив таҡта, ноутбук, проектор эшебеҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороуға юл асты. Әлбиттә, пандемия шарттарында уларҙы рәхәтләнеп ҡулланыу мөмкинлеге бер аҙ сикләнде, сөнки әлегә уҡыусыларға бүлмәнән-бүлмәгә күсеп уҡыу рөхсәт ителмәй. Шулай ҙа киләсәктә был заманса ҡорамалдарҙы тулы мөмкинлегендә файҙаланырбыҙ, улар эшебеҙҙә ҙур ярҙамсы булыр һәм беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, оҙаҡ хеҙмәт итер, тип ышанам”, – ти Әминә Ғәлимйән ҡыҙы.
Читайте нас