Белем һәм тәрбиә
15 Декабрь 2020, 14:22

Тәрбиәләнеүселәре хатта сит илдә йырлай

Һәләтте ваҡытында күреү һәм асыу кәрәк.

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең ярты быуаттан ашыу булған бай тарихы бар. Ул 1968 йылда үҙ ишектәрен аса. Ошо ваҡыт арауығында йөҙҙәрсә, меңдәрсә бала яңы, ҡыҙыҡлы, һоҡланғыс сәнғәт донъяһы менән танышыу маҡсатында мәктәп тупһаһы аша атлап ингән һәм әле лә ул талантлы ҡыҙ һәм малайҙарҙың шат тауышынан гөрләп тора. Был үҙе үк уның ни тиклем кәрәкле, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә учреждение булыуы хаҡында һөйләй.


Бында уҡыусылар алты төрлө йүнәлеш – “Фортепиано”, “Халыҡ музыка ҡоралдары”, “Тынлы музыка ҡоралдары”, “Хор”, “Хореография” һәм “Башҡорт фольклоры” буйынса белем алыу һәм һәләтен асыу мөмкинлегенә эйә. Һәр бүлектең үҙенә генә хас йөҙө, үҙенсәлеге бар, сөнки уларҙа үҙ эшен яратҡан тәжрибәле, талантлы уҡытыусылар эшләй. Был айырыуса концерттар һәм төрлө саралар мәлендә асыҡ күренә. Балалар конкурс-фестивалдәрҙә теләп ҡатнаша, ышаныслы рәүештә сығыш яһай.
Балалар сәнғәт мәктәбенең 15 уҡытыусыһы ҡасандыр үҙҙәре лә ошонда һәләттәрен үҫтергән, артабан махсус һөнәри белем алып, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан. Остаздарҙың тырыш, фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлыҡтарының, Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Район хакимиәте һәм Салауат методик ойошмаһы тапшырған Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары ла бихисап.
Ҡырғыҙ-Миәкә балалар сәнғәт мәктәбендә 13 ижади коллектив уңышлы эшләп килә. Өлкән класс уҡыусыларының “Яҙ”, бәләкәстәрҙең “Шишмәкәй” хор коллективтары, “Карамельки”, “Чижик”, “Ҡояшҡай” вокаль ансамблдәре, гитарасыларҙың “Креатив” төркөмө, “Балҡыш”, “Сударушка”, “Шарм” бейеү коллективтары, “Гөлдәр” өлгөлө коллективы, “Иҙеүкәй” ҡурайсылар ансамбле, “Туған моңдар” халыҡ оркестрының сығыштары һәр сараны һәм байрамды йәмләй.

Сәнғәт мәктәбенең ярты быуатлыҡ тарихында бында шөғөлләнгән тотош ғаилә династиялары барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, миҫалға Ғилемйәновтар, Баяновтар, Сайрановтар, Степановтар, Упривановтар, Урманшиндар, Латиповтар һәм башҡа­ларҙы килтерергә була.
Балалар сәнғәт мәктәбе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, Үҙәк мәҙәниәт һарайы, биләмә-ара китапханалар селтәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм был районда ла, республика кимәлендә лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. 2011 йылда “Рәсәй Феде­рацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль программаһына әүҙем булышлыҡ иткәне һәм ошо йүнәлештә маҡсатлы эштәр башҡарғаны өсөн Ҡырғыҙ-Миәкә балалар сәнғәт мәктәбе “Рәсәй мәғарифы” номина­цияһында диплом менән бүләкләнә һәм “Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге” энцикло­педияһына индерелә. 2014 йылда коллективтың ныҡышмалы хеҙмәте Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының дипломы һәм 100 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләк менән билдәләнә. Ошондай кимәлдә үҙен танытыу балалар сәнғәт мәктәбенә яңынан-яңы үҫеш юлдары аса һәм ул “Рәсәй мәҙәниәте” федераль маҡсатлы программаһына индерелеп, матди-техник базаһын нығытыуға субсидия һәм артабан музыка ҡоралдары алыуға өлгәшә.
Учреждение коллективы Миәкә районы хакимиәтенең дә даими хәстәрлеген тойоп йәшәй. Муниципалитет етәкселегенең ярҙамы менән “HOFFMAN” рояле һәм “Н. Рубинштейн” пианиноһы һатып алына.
Балалар сәнғәт мәктәбе бер нисә тапҡыр Бойондороҡһоҙ йәмәғәт советынан Санкт-Петербург ҡалаһына “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе” конкурсына саҡырыу ала. Был – әлбиттә, балалар учреж­дениеһы алып барған эшмәкәрлеккә, бында бирелгән белем сифатына, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығына, уҡыусыларҙың тырыш­лығына оло баһа.
– Ярты быуаттан ашыу эшләү осоронда Балалар сәнғәт мәктәбе һәр ваҡыт гөрләп торған мәҙәни үҙәк булды, белемле, ижади ҡарашлы шәхестәр тәрбиәләне. Әлбиттә, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла яҙмышын сәнғәт өлкәһе менән бәйләмәй, әммә балалар күңеленә һалынған матурлыҡты тойоу, ижад итеүгә ынтылыу уларҙы ғүмер буйы оҙатып бара, үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫешкән шәхестәр итеп асырға ярҙам итә, – ти мәктәп директоры Гөлнара Ғәлләм ҡыҙы Ғәлиева.
Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы хаҡлы рәүештә опера йырсыһы – Лондондағы “Ковент-Гарден” королева театры стажеры Айгөл Әхмәтшина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Альбина Сәйәхова, Мәскәү ҡалаһының 154-се Преображенский айырым комендант полкының өлгөлө оркестр ротаһында хеҙмәт иткән Кирилл Куляк, Сергей Волгин, Илья Сысуев, “Айҙар” бейеү һәм балет театр-студияһы артисы Элина Урманшина, Ҡазан танк училищеһының хәрби оркестрында эшләгән Айҙар Ғаязов һәм башҡалар менән ғорурлана. Белем усағын тамамлап, бөгөн уҡыуын Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының, Силәбе һәм Һамар өлкәләренең мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге уҡыу йорттарында дауам иткән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә бихисап.
“Беҙҙең мәктәбебеҙ бер ҡасан да ҡартаймаясаҡ, сөнки йыл һайын коридорҙары һәм бүлмәләре балаларҙың шат тауышына, аһәңле моңға күмелә, яңы таланттар балҡый. Бында һәр ваҡыт тормош гөрләй. Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтеңде ваҡытында асыу һәм матурлыҡҡа ынтылыш – уңыш нигеҙе. Беҙ үҙебеҙҙең йәш музыканттар, бейеүселәр һәм йырсылар күңеленә тап ошо изге ҡиммәттәрҙе һалабыҙ”, – ти уҡытыусылар.


Миәкә районы.
Читайте нас