Белем һәм тәрбиә
18 Декабрь 2020, 07:30

Аҡъярҙа полилингваль мәктәп төҙөлә

Яңы уҡыу йорто бинаһын 2021 йылдың август аҙағында тапшырырға йыйыналар.

Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы, өр-яңы мәктәп төҙөлә. Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылдың июль айынан башланды. 550 урынға иҫәпләнгән мәктәптең 140 урынлыҡ интернаты ла буласаҡ. Шулай уҡ ике автобусҡа тәғәйенләнгән йылы гараж, блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ урын аласаҡ. Объекттың дөйөм хаҡы - 464 миллион һум.
Өр-яңы уҡыу йорто бинаһын киләһе йылдың август аҙағында тапшырырға йыйыналар. Республика Башлығы Хәйбулла районына эш сәфәрендә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына яңы мәктәпкә полилингваль белем усағы статусын биреү тәҡдимен ҡушты.
Полилингваль белем биреүҙең төп маҡсаты - балаларға һәр яҡлап үҫешеү мөмкинлеге биреү һәм уҡытыуҙы заманса итеп ойоштороу. Бында өс телдә - рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә уҡытыу, төштән һуң спорт фән, мәҙәниәт, заманса технологиялар йүнәлештәрендә түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Полилингваль мәктәптә уҡытыу башҡорт, рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ. Балалар бер сменала уҡыясаҡ, көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, фәнни түңәрәктәр эшләйәсәк.
Яңы сафҡа инәсәк белем усағы хәйбуллалар өсөн үҙе үк ҙур бәхет буласаҡ, сөнки ошоға тиклем район үҙәгендә интернатлы мәктәптең булмауы сәбәпле, күп ата-әсәләргә балаларын күрше Сибай, Баймаҡ, хатта Өфө ҡалаларындағы гимназия-интернаттарға уҡырға ебәрергә тура килһә, хәҙер Хәйбулланың егет һәм ҡыҙҙарына үҙҙәрендә үк заман талаптарына яуап бирерлек өр-яңы мәктәптә белем алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Автор фотолары.
Читайте нас